«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”



05.01.2019 “Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

йәки Дүрт йәштән уҡый башлаған шағир балаһы
Ике шағир, ике быуын, ике заман– атай һәм ул. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил ШАММАСОВТЫҢ исеме башҡорт әҙәбиәтендә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уның улы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас ШАММАСОВ та өмөтлө йәш ижадсыларҙың береһе. Бөгөн беҙ уның менән атай һәм ул мөнәсәбәте, ижад һәм тәрбиә тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Алмас, тәүге шиғырыңды нисә йәштә яҙҙың һәм уға Рауил Сәхиулла улы ниндәй баһа бирҙе?

– 2-се класта уҡығанда яҙҙым. Ул саҡта 136-сы башҡорт лицейында белем ала инем. Уҡытыусым Нәғимә Хәсән ҡыҙы Вәлиева ритм, рифма кеүек терминдарҙы аңлатып, шиғыр төҙөлөшөн өйрәтте. Шунда үҙем дә яҙып ҡарарға булдым һәм:
Әсәй миңә ғүмер асҡан,
Икһеҙ-сикһеҙ ҡыуанып.
Ана үҙе ҡарап тора,
Ҡояш кеүек йылмайып,– тигән юлдар ижад ителде.
Ни өсөн “ғүмер асҡан” тигән һүҙ бәйләнеште ҡулланғанымды хәтерләмәйем инде, әммә тап шуның өсөн атайым менән әсәйемдән, уҡытыу­сымдан маҡталдым. “Был шиғриәт, образды тойғанһың!”– тип баһа бирҙе атай. Дәртләнеп китеп, ижад­ҡа тотондом. Бала саҡта, ғәҙәттә, нимә күрәһең, шуны яҙаһың бит инде. Дуҫым Руслан, уйынсыҡ туп, тутыйғош, китап тураһында яҙып ҡараным. Һәм араһынан “иң-иң” дәрен һайлап, атайым “Йәншишмә” гәзитенә тапшырҙы. Улар баҫылып сыҡҡас, гонорар алғаным да хәтерҙә ҡалды. Яйлап әкиәттәр, нәҫерҙәр ижад иттем, мәктәп тормошон һүрәтләгән мәҡәләләрем гәзит-журналдарҙа даими баҫылып торҙо. 6-сы класта уҡығанда “Йәншишмә” гәзите “Йәш хәбәрсе” тигән танытма тапшырҙы. Быны мин оло яуаплылыҡ, тип ҡабул иттем. “Аманат” журналының үҫмерҙәр мөхәрририәте составында ла торҙом.

– Тәүге шиғырҙарыңды маҡтаны, тиһең. Ә артабанғы ижадыңа атайыңдың ҡарашы нисек? Тәнҡитлә­гәне булдымы?
– Ул бер ваҡытта ла, бер кемде лә ҡаты итеп тәнҡитләмәй. Йомшаҡ урындарҙы күрһәтеп: “Ошо тирәһен ҡарап сыҡ, бәлки икенсерәк итеп яҙырһың?”– тип, кәңәшен генә әйтә. Уҡытыусы булараҡ, айырыуса балаларҙың күңелен ҡалдырмаҫҡа тырышты. Уны бер осор Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатына әҙәби түңәрәк ойошторорға саҡырҙылар. Атайым кластан-класҡа йөрөп, утыҙға яҡын талантлы баланы йыйып, эш башланы (улар араһында Рәшит Зәйнуллин да бар ине, ул хәҙер БР Журналистар һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы. Хәҙер ҙә минең аша атайыма сәләм һәм рәхмәт әйтә). Ул саҡта атайыма эйәреп барып, дәрестәрен тыңлай торғайным. Һәр балаға маҡтау һүҙҙәре таба ине.

– Ә атай булараҡ, Рауил ағай талапсан кешеме? Тәрбиә алымы сифатында һиңә ҡайыш эләктеме?
– Атай менән әсәй минең менән бер ваҡытта ла айырым эш алып барманы. Ҡул күтәреү түгел, хатта ҡысҡырып өндәшкәндәрен дә хәтерләмәйем. Башҡа ғаиләләрҙәге ҡаты мөнәсәбәт миңә ситен тойола ине. Һәр эштә үҙҙәре өлгө булып торҙо. Мәҫәлән, китап уҡы, тип мине өгөтләп ултырыусы булманы. Бары тик үҙҙәре көнө-төнө уҡығас, уларға ҡарап, мин дә китапҡа ылыҡтым. 90-сы йылдарҙа эш хаҡы, пенсиялар ваҡытында түләнмәне. Әммә минең һәр ваҡыт теләгән уйынсығым да, кейемем дә, тәмлекәстәрем дә булды. Үҙҙәренән өҙөп булһа ла, балалары өсөн тырыштылар. Шуны күреп үҫкәс, беҙҙә уларға ҡарата ихтирам тойғоһо көслө.
Үҙем дә тыныс бала булдым, артыҡ эш боҙоп, яҡындарымды хафаға һалманым шикелле. Урам йоғонтолары ла булғандыр, әммә аҡыл юғалтырлыҡ хәлгә етмәнем, шөкөр. Ултырып бер һөйләшеү ҙә етә ине.

– Һине дүрт йәштән уҡый башлаған, тиҙәр. Кем өйрәтте?

– Эш бүлмәһендә атайымдың яҙыу машинкаһы тора ине. Һәр кис шунда эшләй, яҙыша. Ә минең, әлбиттә шунда уйнағы килә, эргәһенә барып: “Был нимә, был нимә?”– тип аптыратам. Атай хәрефте әйтеп, баҫып күрһәтә. Бер осор өйҙәге гәзиттәр­ҙән, китаптарҙан шул хәрефтәрҙе эҙләү ғәҙәтемә инеп китте. Яйлап айырым хәрефтәрҙән ижектәргә, һүҙҙәргә күстем. Быны белеп ҡалғас, әсәйем мине китапханаға алып барҙы. Һүрәттәренә ҡыҙығып, Корней Чуковскийҙың “Доктор Айболит” китабын алып ҡайттым. Билдәләнгән ваҡыты еткәс, уны тапшырырға барам да, кире алып ҡайтам. Уҡый торғас, ятлап бөттөм. Шунан яйлап башҡа китаптарҙы ла уҡый башланым. Мәктәпкә барғанда байтаҡ китаптың йөкмәткеһен белә инем.
Беҙҙең өйҙә иң ҙур байлыҡ китап булды. Кәштә тулы китаптар, өҫтәл өҫтөндә лә өйөлөп ята. Тәүге уйынсыҡтарым да улар: өй төҙөп, башнялар өйөп ҡуя инем.

– Һөнәр һайлағанда Рауил ағайҙың йоғонтоһо булдымы?
– Юҡ. 9-сы класта уҡығанда уҡ үҙемдең журналист булырымды аңланым. Шул йылда лицейҙың “Мәктәп донъяһы” тип аталған гәзитенә баш мөхәррир итеп ҡуйҙылар. Бер төркөм егет-ҡыҙ репортаждар, интервьюлар яҙып, үҙебеҙҙе ҙур эш башҡарғандай тойоп йөрөнөк. Тағы ла беҙҙә әҙәбиәт һәм журналистика түңәрәге һәйбәт эшләне. Уны Гүзәл Багаева, Айгөл Ишемғужина, Миләүшә Ғәйфуллиналар ойоштор­ҙо. Осрашыуҙар, кисәләр күңелле үтә ине. Айгөл Ишемғужина беҙҙе Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына экскурсияға алып барҙы. Ул саҡта был факультет гөрләп тора ине. Про­фессор Тимерғәле Килмөхә­мәтов менән осраштыҡ, ул беҙгә журна­лис­тика теорияһы буйынса китаптар бүләк итте. Ҡатмарлы, фән­ни тел менән яҙылһа ла, уларҙы уҡып сыҡтым, ҡыҙыҡһыныуым көслө ине.
Әлбиттә, бер аҙ хоҡуҡ йәки иҡдисад йүнәлешендә белем алырғамы әллә, тигән икеләнеүҙәр булып алды. 11-се класта саҡта рус теленән республика олимпиадаһында 2-се урын алғайным, шуның буйынса Мәскәү дәүләт университетына уҡыр­ға инә ала инем. Әммә мин аңлы рәүештә, үҙем теләп БДУ-ның журналистика факультетын һайланым. Мәскәү университетынан баш тартыуыма, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап та нефть-техник университетына бармауыма аптыраусылар булды. “Ярлы шағир булырға ҡарар иттеңме?”– тип тә көлөргә маташ­тылар.

– Уҡыған саҡта атайыңды “йүгертмәнеңме”?
– Уҡытыусыларҙың күбеһе атайымдың таныштары ине. Әммә имтихандар бирә алмай, атайым минең өсөн һорап, баш эйеп йөрөгән осраҡтар булманы. Курсташтарым менән дә тиҙ арала уртаҡ тел табып, дуҫ, татыу уҡыныҡ. Һәр хәлдә үҙемә ҡарата ҡырын ҡараш тойманым. Хеҙмәт юлымды ла саҡырыу буйынса студент йылдарынан башланым. Тәүҙә “Истоки” гәзитендә, 2008 йылда Фәрит Әхмәҙиев саҡырыуы буйынса Журналистар союзында эшләнем. Эш хаҡы 4500 һум ине. Башҡалар риза булманы, ә мин яратҡан эшемде башҡарырға теләгәс, аҡса тураһында бөтөнләй уйланманым. Әгәр атайым таныштары аша эш итһә, бәлки “йылы” урынға урынлашырға мөмкин булыр ине. Әммә һәр ваҡыт үҙаллы булырға тырыштым. Хәҙер ғаилә башлығы булараҡ, төп бурысым мал табыу икәнен беләм. Шул уҡ ваҡытта кеше үҙенең яратҡан эше һәм кешеһе менән генә бәхетле икәнен дә онотмайым.

– Рауил ағай менән йыш аралашаһығыҙмы? ул һинең һәм башҡа йәштәрҙең ижады менән ҡыҙыҡһынамы?
– Эшем тынғыһыҙ булыу сәбәпле, көндәлек аралашыу телефон аша бара. Көн һайын хәлдәрен белеп шылтыратам. Әсәйем ғүмере буйы баҡсаһы, мунсаһы булған шәхси йортта йәшәргә хыялланды. Шуны тормошҡа ашырып, улар хәҙер Өфөнән ситтә, Зубов ҡасабаһында йәшәй. Шуға күрә көн һайын күрешеп булмай, аҙнаһына 1–2 мәртәбә барып китәм. Кәрәкле әйберҙәрен һорайҙар, уларҙы алып барғанда мотлаҡ гәзит-журналдарҙың яңы һандарын да һалып алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым хәҙер күрмәй, әсәйем уға ҡысҡырып уҡый.
Атайыма – 88, әсәйемә 72 йәш. Әммә улар йәштәр кеүек, бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһына. Сәйәсәт тә, донъя яңылыҡтары ла, әҙәбиәт менән сәнғәт тә уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ошо һыҙаттары уларҙы йәшәртә, шуға ла йәш айырмаһын һиҙмәйем. Тик бер генә нимә– уларҙың һаулығы өсөн борсолам. Көн һайын яҡындарыма һаулыҡ, ғүмер һорайым.

– Ә һин холҡоң менән кемгә оҡшағанһың? Атайыңдың ниндәй яҡшы сифаттарын билдәләп үтер инең?
– Атайым, әсәйеңә, әсәйем атайыңа оҡшағанһың, ти (көлә-авт.). Атайым йыуашыраҡ холоҡло, тыйнаҡ һәм сабыр. Шул уҡ ваҡытта ҡуйған маҡсаттарына ирешә. Һәр саҡ кеше менән мәҙәниәтле аралаша, интеллигент икәнен онотмай. Кеше күңелен ҡыймаҫҡа, кәйефен төшөрмәҫкә тырыша. Ә минең уйлағанымды тура бәреп әйтә торған холҡом бар.
– Әсәйең һөнәре буйынса кем? Бер туғандарыңда әҙәби талант бармы?
– Әсәйем Гөлсөм Заһретдин ҡыҙы – Яҡуп Ҡолмойҙоң һеңлеһе. Беҙ Ҡолмөхәмәтовтар нәҫеленән. Ауырғазы районы мәктәптәрендә балалар уҡытты, Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып, артабан "Авангард" заводында эшләне. Байтаҡ йылдар башланғыс кластарҙа уҡытты, тәрбиәсе булды. Атайымдың да, әсәйемдең дә тәүге ғаиләләренән өсәр балаһы бар, ә мин – уларҙың уртаҡ улдары. Хәлил ағайым спортсы, йөҙөү буйынса тренер, Башҡор­тостандың атҡаҙанған тренеры. Зөлфиә апайым Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында мәктәп директоры, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Альбина апайым менән Роберт ағайым шәхси эшҡыуарлыҡ менән булыша. Альберт ағайым моряк. Фәрит ағайым иртә мәрхүм булды. Унда яҙыусылыҡ һәләте булған, бала сағында “Пионерская правда” гәзитендә даими мәҡәләләре сыҡҡан, әммә үҫә килә төҙөүсе һөнәрен һайлаған.

– Ҡатының да шиғриәт донъяһында танылыу яулаған кеше, ғаилә ҡорғанда ата-әсәйеңдән кәңәш һораныңмы?
– Был осраҡта мин үҙаллы ҡарар ҡабул иттем. Әлбиттә, тәүҙә ата-әсә фатихаһын алырға кәрәк булғандыр. Әммә ғашиҡ булғас, традициялар онотолдо (көлә-авт.).
Ҡатыным – Урания Вахитова, шағирә, бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы, Флүзә Әхмәҙиева исемендәге әҙәби премия лауреаты. Беҙ уның менән 2006 йылда Бәләбәйҙә үткән "Илһам шишмәләре" шиғриәт фестивалендә таныштыҡ. Артабан уның шиғырҙарын ваҡытлы матбуғаттан уҡып бара инем, һуңынан социаль селтәрҙәр аша аралаша башланыҡ. Бер-беребеҙҙе бер һүҙһеҙ аңлай торған яҡын дуҫтар булып киттек. Ул Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатын – алтын миҙалға, БДУ-ның роман-герман филологияһы фа­культетын һәм аспирантураны ҡыҙыл дипломға тамамланы. Әлеге көндә тел ғилеме буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә, немец һәм инглиз телдәренән студенттарға белем бирә.

– Алмас исемен һиңә кем ҡушҡан?
– Әсәйемдең теләге булған, ә атайым ризалашҡан. Хатта шағир булырыма өмөт итеп: “Алмас Шаммас матур яңғырашлы буласаҡ”,– тигән ул. Атайымдың өмөтөн аҡланым шикелле.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.






Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға