«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)



17.12.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (14.12.2018)


* * *

– Кем шулай йәмһеҙ итеп йырлай ул?
– Минең ҡатын.
– Эй, ғәфү итегеҙ инде. Күрәһең, уйнаусыһы шундайҙыр.
– Үҙе уйнап, үҙе йырлай бит ул.

* * *

– Үәт, йүнһеҙ малай, бумажниктан аҡсаны сәлдергән.
– Ә ниңә мине һылтамайһың?- тип һорай ҡатыны.
– Һуң һин алғанда тинен дә ҡалдырмайһың бит.
* * *
– Биллаһи, тип әйтәм, күрше бөгөн тағы сәмәй ҡыуған.
– Ниңә улай тиһең?
– Уның йорт ҡуяндары минең этте талап үлтерә яҙҙы.

* * *
Әсә сибәр ҡыҙы менән табипҡа инә.
– Өҫтөгөҙҙө сисегеҙ, – ти табип ҡыҙға.
– Ул сирле түгел, мин сирле...
– Улайһа яҡын кил, телеңде күрһәт.
* * *
– Сәғит, машинаң нисәү? – тип һорай ҡыҙы егеттән.
– Улар минең икәү. Тик, үкенескә күрә, икеһе лә әсәйемдеке. Береһе – тегә торған, икенсеһе – кер йыуа торған.

* * *
– Йә, Хоҙай, кеше нимә генә һатып алмай: кемдер – яхта, кемдер – вилла, кемдер – футбол клубы...
– Ярай, мин дә икмәк һатып алырға сығайым әле!





Автор: "Йәшлек"
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға