«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Табыштырған, ҡауыштырған Яңы йыл!



17.12.2018 Табыштырған, ҡауыштырған Яңы йыл!

БДУ-ла уҡып йөрөгән ваҡыт. Ул ваҡыттарҙа беҙгә, баш ҡаланан алыҫ булған райондарҙан килеп уҡыған студенттарға, юл йөрөү бер ыҙа була торғайны. Ҡышҡы сессия ла еткәс, Яңы йылға ҡайтып йөрөмәҫкә булдыҡ. Бүлмәлә дүрт ҡыҙҙан икәү генә тороп ҡалдыҡ. Ятаҡта бер ҙә генә был байрамды ҡаршылаған юҡ. Әхи­рәтемә: “Ярай, иптәшкә һин барһың бит, икәү генә ултырырбыҙ”, – тим. Һуңғы зачетты тапшырып, кисләтеп кенә аҙыҡ-түлеккә сығып килдек. Иртән билмән, салаттар эшләрбеҙ, тип һөйләштек. Ятаҡта күп кенә таныштарыбыҙ ҡалған икән. Тимәк, күңелһеҙ булмаясаҡ. Дискотека ла ойошторасаҡтар.

Төнө буйы ултырып уҡығас, арығанбыҙ, рәхәтләнеп йоҡобоҙҙо туйҙырып, сәғәт 12-лә генә уяндыҡ. Аяҡтарҙы саҡ һөйрәп, йыуынырға барһаҡ, бына һиңә мә, һыу юҡ. Үҙебеҙсә, студенттар Яңы йылды ятаҡта ҡаршыламаһын өсөн һыуҙы һүндергәндәрҙер, тип уйлайбыҙ. Нимә эшләргә? БДУ янында шәхси йорттар эргәһендә һыу колонкаһын күргәнебеҙ бар. Киттек шунда һыу алырға. Эштәр харап икән бында – һыу магистралендә ҙур ғына авария. Һыу оҙаҡ ҡына булмаясаҡ әле, тиҙәр. Ярай колонкала һыу булды. Нимә эшләргә? Бер биҙрә һыу аш-һыу әҙерләргә етмәй бит инде.

Йыбанһаҡ та, өс мәртәбә һыуға сығып килдек. Инде салаттар әҙерләп йөрөһәк, өс таныш егет килеп инде. Йә инде, былары ғына етмәгәйне тағы! “Ҡыҙҙар, тағы бер әхирәтегеҙҙе алығыҙ ҙа, киттек беҙҙең менән ауылға, Яңы йыл ҡаршыларға. Унда бер дуҫыбыҙ көтөп тора”, – тиҙәр. Егеттәр ышаныслы, күптән бер-беребеҙҙе беләбеҙ. Һыуһыҙ ошолай ҡаңғырып йөрөгәнсе саҡырыуҙарына әллә ризалашырға ла ҡуйырға инде?
Күрше Ләйләне компанияһынан айырып, үҙебеҙ менән алып, ауылға байрам ҡаршыларға барырға булып киттек. Сәғәт биштәге электричкаға ултырып, ике сәғәттә Айраттарҙың ауылына килеп тә еттек. Ауылдағы һауаның сафлығы һуң! Шау-шаулы ҡаланан һуң бындағы сихри тынлыҡ... Әйтерһең дә, тыуған ауылыма ҡайттым.

Өйҙә ҡалған Кәрим исемле егет беҙҙе йылы ғына ҡаршыланы. Бигерәк оялсан, тыйнаҡ ҡына күренә. Әсәйҙәре Мәскәүгә бер туғанының юбилейына киткән икән. Шуға үҙенең генә “аулаҡлап” ятыуы. Беҙ, ҡыҙҙар, тиҙ генә өҫтәл әҙерләнек. Егеттәр мунса ла яғып ебәрҙеләр. Табында бик күңелле генә ултырҙыҡ. Сәғәт 11 тулғайны, ут һүнде лә ҡуйҙы бит. Нимә эшләргә? Ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ. Егеттәр шәм эҙләп сығып китте. Ярай, Кәрим ҡайҙандыр һүрән генә янған фонарик килтереп сығарҙы. Егеттәр беҙҙән: “Ҡыҙҙар, ни эшләп һеҙ булған урында гел ЧП ул?” – тип көлә, беҙгә төрттөрөп. Утһыҙ, шәм яҡтыһында шулай Президент­тарыбыҙҙың ҡотлауҙарын да тыңламай, Яңы йылды ҡаршыланыҡ. Төнгө сәғәт 1-ҙән һуң, ут ҡабын­ғас, дискотекаға сыҡтыҡ. Таңға тиклем бейегәнбеҙ. Иртән ҡайттыҡ та, баш ҡалаға кире китергә йыйына башланыҡ. Егеттәребеҙ: “Ҡайҙа йыйынаһығыҙ, бөгөн күрше ауылға дискотекаға барабыҙ, ҡайтармайбыҙ. Бәлки берегеҙҙҙе Кәримгә кәләш итеп урлап та ҡалырбыҙ әле”, – тип ҡалырға өгөтләй. Салаттарҙы ашап бөтөрөшөп, табынды йыйыштырып, иҙәндәрҙе йыуышып ҡайтығыҙ инде, тиҙәр. Төнө буйы йоҡламағас, хәл юҡ. Сәй эскәнсе, табынды йыйыштырғансы төш етте. Барыбыҙҙың да үлтереп йоҡо килә. Етмәһә, Зифабыҙ, мин саҡ ҡына серем итеп алайым әле, ти. Уны көткәнсе, Өфөгә киткән электричка ваҡыты ла үткән инде. Ярай, тағы ла бер көнгә ҡалырға булдыҡ. Туйғансы йоҡланыҡ та, кискә күрше ауылға дискотекаға киттек. Ике көн Кәримдәрҙә ҡунаҡ булып, саҡ ятаҡҡа килеп йығылдыҡ. “Һыу булмауы ҡайһылай һәйбәт булды әле. Исмаһам, ауылда Яңы йыл ҡаршыланыҡ!” – тип көлөшәбеҙ ҡыҙҙар менән.

Егеттәребеҙ менән араларыбыҙ нығыраҡ яҡынайҙы. Мин Айрат менән дуҫлашып йөрөй башланым. Зифаға өй хужаһы Кәрим килгеләп йөрөнө. “Бигерәк оялсан бит, ут егеттәрҙе яратам!” – тип Зифа уны бик яҡынлатмай ине. Йөрөй торғас, бер йылдан, мин уҡыуҙы тамамлауға, беҙ Айрат менән өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Ике балалы булып киттек. Әхирәттәр менән юлдар айырылды. Зифа ғына һаман да кейәүгә сыҡмай йөрөнө. Бер көндө туйға саҡырыу килде. Биш йыл буйына бергә йәшәгән бүлмәләшем, әхирәтемдең туйына бармай ҡаламмы һуң? “Зифа, кейәү ҡайҙан? Мотлаҡ, туйыңа киләм”, – тип хат яҙып ебәр­ҙем. “Һин уны беләһең, килгәс, күрер­һең!” тигән яуап алдым. Кемгә кейәүгә сыҡҡанын эй белге килә бит!
Туйҙағы ЗАГС-тың тантанаһына һуңлаңҡырап ҡына барып индек. Айрат ауыҙын йыя алмай көлә. Ике күҙем – кейәүҙә. Бәй был егеттең йөҙө таныш бит! Кем әле?! Иҫләй алмайым... Яңы йылды бергә ҡаршылаған Кәрим бит! Зифа Кәримгә кейәүгә сыҡҡан?!

Кәрим менән Зифа уҡып бөтөп, эшләй башлағас, Өфөлә яңынан осрашҡан. Яңынан дуҫлашып киткәндәр һәм өйләнешергә булғандар.
Дуҫтарыбыҙ хәҙер ауылда бик матур йәшәп ята. Өс бала тәрбиәләй­ҙәр. Ауылдағы иң ҙур йорт уларҙыҡы. Зифабыҙ: “Кәрим”, тип иренең күҙенә генә ҡарап тора. “Һиңә Яңы йыл ҡаршылағанда уҡ шул йортта килен булып ҡалырға булған”, – тип мәрәкәләйбеҙ хәҙер әхирәтебеҙҙе.
Ҡайһы бер Яңы йылдар әҙәм балаһы менән табыштырған, таныштырған, ҡауыштырған байрам да булып ҡуя.

Л. СӘҒИТОВА.
Илеш районы.
Редакциянан. “Яңы йыл мажаралары” конкурсына һеҙҙән хаттар көтәбеҙ. Еңеүсене иҫтәлекле бүләк көтә.





Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға