«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Яңы йыл байрамында әсә булдым



21.12.2018 Яңы йыл байрамында әсә булдым

Яңы йыл мажараһы һәм уның мөғжизәһе булып, бәпесебеҙ-улыбыҙ тыуған көн хәтерҙә уйылып ҡалды. Табип мотлаҡ бала табыу йортона барып ятырға ҡушһа ла, икеләндем. Шул тиклем Яңы йылды өйҙә, ирем менән үткәргем килә ине. Кискә хәтле район үҙәгендә йөрөнөм, берсә ауылға ҡайтырға, берсә ҡалыр­ға уйлайым. 30 декабрь ине, теләр-теләмәҫ кенә барып яттым. 31 декабр­ҙә, төш ваҡытында улыбыҙ тыуҙы. Бала тапҡас, арыуҙан шунда уҡ йоҡлап та киткәнмен. Бер тәүлеккә яҡын ваҡыт үткәс кенә уяндым. Яңы йылдың үткәнен һиҙмәһәм дә, ул беҙгә ҙур ҡыуаныс, шатлыҡ бүләк итте.

Гөлсирә Шафиҡова.
Мәсетле районы.





Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға