«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ерҙең һәм күктең тартыу көсө



15.01.2011 Ерҙең һәм күктең тартыу көсө

ҡаҙ өмәһе

ҡаҙ өмәһе. Ауыл йырға сумған.
Байрам итә бөгөн бар халыҡ.
Уңған килендәрҙең ҡулдарынан
Күҙ эйәрмәй оса йөн-мамыҡ.

Ынйы ҡарҙан түгел, хатта өйҙә
Аҡ йөндәрҙән күҙҙәр сағыла.
Шәрә ҡаҙҙар аҫып көйәнтәгә,
Һыу буйына халыҡ ағыла.

Боҙҙар сатнай шашып
бейеүҙәргә,
Ялҡауҙарҙың бөгөн бит бешә.
Танауҙарҙы ҡытыҡлап һәр бер
өйҙә
ҡаҙан тулы тәмле ит бешә.

ҡаҙ өмәһе – иң ҙур байрам көнө,
Ауыл өсөн оло тантана.
... Бәпкә көткән малай
бәргеләнә,
ҡар өҫтөнә йылы ҡан тама...

* * *
Өҫтөрәп алып сыҡтылар
Тиреҫлек араһынан.
Айырып алдылар мырҡылдаҡ
Бәләкәй балаһынан.

Һимеҙ ҙә түгел, юғиһә,
Кәүҙәһе йыйнаҡ ҡына.
Хуш, тигән һүҙе булғандыр,
Өлгөрҙө сыйнап ҡына.

Аҙан тауышын ҡапланы
Сусҡаның йән ауазы.
Бәрелеп йөрөнө өйҙәргә
Өҙөлгән ҡайтауазы.

Гонаһ шомлоғона ҡаршы
Күршелә генә мәсет.
Хужа бөгөн сало һоҫор,
Төкөрөктәрен сәсеп.

Алыҫлашмаҫҡа тырыша
Йән менән тән араһы.
... Сусҡаның асыҡ күҙендә
Тик мәсет манараһы.

Тартыу көсө

Ник күктәргә тартылыу һуң
Һәр баланың эше?
Көслө булалыр, күрәһең,
Күктең тартыу көсө.

ҡаурый кеүек ҡала алмай,
Ауырая кеше.
Һәм шул саҡта бөгөп һала
Ерҙең тартыу көсө.

Бала саҡтың хыялдары
Тәки ысынға аша:
Күктең тартыу көсө менән
Йән ғаләмгә аша.

* * *
Ғүмер буйы шиғыр яҙҙым,
Яҙаһылары күпме?
Барлыҡ тормош ҡәләм сәйнәп,
ҡағыҙ бысратып үтте.

Том-том итеп шиғырҙарҙы
Сығар, сығарма өйөп,
Әсәйҙең маңлай һырҙары
Бар ижадымдан бөйөк.

* * *
Сәңгелдәктә оҙаҡ яталманым,
Шыуыша-шыуыша киңлек
эҙләнем.
Ә мүкәйләп алғас, бар ауылды
«Тояҡланы» йомшаҡ теҙҙәрем.

Тәпәй баҫтым. Әсәй кәңәш
бирҙе:
Йығылыр булһаң, үҙең тор,
балам.
Шул саҡтарҙан алып,
йығылһам да,
Йыҡһалар ҙа, үҙем торалам.

Аңламаҫһың, кешенең төп эше
Береһен-береһе йығыу
шикелле.
Йыҡтым, тиеп кемдер
һөйөнгәндә,
Тороуҙары шундай күңелле.

Һәр кемдең үҙ байлығы

Кескәй Самат өсөн уйынсыҡтар:
Машинаһы, тубы, аттары.

Әсәһенә – йөҙөк, алҡа һалған
Шкатулкалары, ҡаптары.

Өләсәһенә – һандыҡ төбөндәге
Өс мөйөшлө һалдат хаттары...
* * *
Бер киҫелгән икмәк кире
йәбешмәй.
(Халыҡ мәҡәле).

Киҫелгән икмәк шикелле,
Бер ғаилә киҫелде.
Бер яҡта ҡатын телеме,
Ә бер яҡта ир ине.

ҡайҙа тартылырға белмәй,
ҡойолоп ҡалды валсыҡ.
... Телемдәр бик тиҙ ҡаттылар,
Валсыҡты йотто... балсыҡ.

* * *
Ниңә генә донъя ҡыҫан икән,
Баҫһаң, ҡояш башты бешерә.
Шыуышып ҡына алыҫ китеп
булмай,
Ғүмер кисәм, тигән кешегә.

Көндәремдә яҡты таба
алмайым,
Көндәр яҡты, тиеп кем әйтә?
Ә төндәрен йондоҙ, туҙан
булып,
Күҙҙәремә тулып йөҙәтә.

Бер ултырып һөйләшергә тиһәң,
Һыңар кеше хатта тапмаҫһың.
Нисек шунан күҙ йәштәрем
ташып,
Йылға-йылға булып аҡмаһын?!

Яңғыҙ ҡояш, яңғыҙ айым менән
Мин яңғыҙым шулай көн иттем.
Ниңә, Хоҙай, донъя яраттың да,
Кеше яратырға оноттоң?..

* * *
Һин фәҡәт минеке, тинем –
Өҙөлөп яраттым да.
Һәм шундай бейеккә күтәрҙем
Хыялым ҡанатында.

Шундай бейеккә күтәрҙем –
ҡояштар ҡалды түбән.
Төштәрҙә генә күрешәм,
Хыялда ғына үбәм.

Буйым, ҡулым оҙон да ул –
Үрелеп алалманым.
... Артығыраҡ күтәргәнде
Тик һуңынан аңланым.

Мөнир ВАФИН







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға