«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ЗӘҢГӘР ТРАКТОР



09.12.2018 ЗӘҢГӘР ТРАКТОР

Бурандан һуң медпунктҡа
Барырға ла юлы юҡ..
Кибеткә лә үтеп булмай,
Өс көн икмәгебеҙ юҡ..

Бөгөн төндә төштә күрҙем,
Яңы зәңгәр трактор,
Юлды таҙарта тырылдап
Үткән юлы тап-таҡыр..

Шатланышып сығып киттек,
Бабай менән икәүләп,
Башҡа бөтөн нәмәбеҙ бар,
Беҙгә трактор бик кәрәк!

Ана! Трактор килгән беҙгә,
Урамдарҙы таҙарта,
Бабай таңда Ҡурай уйнай,
Әбекәй тыпырҙата!

Һай үҙҙер ләриттә,
Литтә әҙҙер ләриттә!
Ни почем беҙгә бурандар
Зңгәр трактор ,кәриттә!

Уянып киттем йоҡонан,
*Ҡайҙа Ззңгәр трактор?
Төштә генә булдымы ни
Был өр-яңы трактор?*

Ә-әәә...Минең бит Өмөтөм бар!
Киләһе яңы йылда
Урындағы Идеялар
Ашһын ине тормошҡа!

04.12.2018





Автор: Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға