«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)



04.12.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (30.11.2018)


* * *
Биш йәшлек малайға кәңәш бирәләр.
– Үҫкәс, капитан булырһың.
– Юҡ. Караптар бата.
– Шофер булыуға нисек ҡарай­һың?
– Автомобилдәр аварияға осрай.
– Улайһа, кем булаһың?
– Матрас, мендәр тегеүсе.
– Ниңә?!
– Эшләнең дә яттың.

* * *
– Ҡәҙерлем, минең машина ватылды. Карбюраторға һыу эләкте…
– Һин ул карбюраторҙың нимә икәнен беләһеңме һуң, исмаһам? Ҡайҙа әле машинаң?!
– Күлгә батты…

* * *
– Ғәли дуҫ, һинеңсә, ҡатын-ҡыҙҙы иҫәрләндереү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Ҡулына ҙур ғына суммала аҡса тотторорға ла, ҡалалағы бөтә магазинды ла ябырға.

* * *
– Иҙрис Иҙрисович, ҡиммәтле шарап, яҡшы иттән әҙерләнгән ризыҡ һәм ҡурыл­ған күркә яратҡанығыҙҙы яҡшы беләм. Байрамды минең менән ҡаршыларға теләмәй­һегеҙме?
– Әлбиттә, рәхәтләнеп.
– Улай булғас, килештек, мин һеҙгә килермен!

* * *
Хоккей командаһы тренеры уйынсыларына:
– Иртәгә – тыуған көнөм! Һеҙ мөғжизә тыуҙырырға һәм бөгөнгө уйында еңеп, миңә ҙур бүләк әҙерләргә тейешһегеҙ, – ти.
– Һуң инде, – ти тегеләре, – беҙ һеҙгә бүләккә ҡиммәтле галстук алдыҡ.

* * *

Хәбәрсе “яңы урыҫ”тан интервью ала:
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙең иң яратҡан китабығыҙ ниндәй?
Теге, бер минут та уйлап тормайынса:
– Үҙемдең чек китабым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға