«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)



27.11.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (23.11.2018)


* * *
Ир дуҫына:
– Эсеп ҡайтһам, ҡатын өйгә индермәй ҡаҡшата, – тип зарлана. Тегеһе кәңәш бирә:
– Һин ҡатының ишекте асыу менән өҫтөңдәге кейемеңде сис тә, тиҙ генә өйгә ырғыт. Яланғас килеш тышта ҡалдырмаҫ.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, былар тағы осраша.
– Шунан, – тип ҡыҙыҡһына дуҫы, – минең кәңәш ярҙам иттеме?
– Итте, итмәй ни! Кейемемде алдан сисеп ҡуйғайным. Ул ишекте асыу менән, һин өйрәткәнсә, эскә ырғыттым. Ә ул, ҡороғор бисә, ишекте ҡыҫа ла башланы. Етмәһә, тауышын үҙгәртеп: “Ишектәр ябыла, киләһе туҡталыш – “Театр тыҡрығы”, – ти.

* * *
Ләх иҫерек ир төн уртаһында ҡайтып инә. Бисәһе:
– Ҡайҙа йөрөнөң ошоға тиклем, йолҡош?
– Зыяратта.
Ҡатын шунда йомшара, борсолоулы тауыш менән белешә:
– Ә кем үлде, йәнем?
– Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ: унда бөтәһе лә үлгән!

* * *
Ир ҡатыны менән айырылышыр­ға ғариза бирә. Судья айыры­лышыу­ҙың сәбәбен һорағас:
– Түҙер әмәл ҡалманы, саҡ ҡына эсеп ҡайттыңмы, ҡыҙа ла китә, ҡулына нимә эләгә, шуны миңә бәрә, – ти.
– Мәҫәлән?
– Уҡлау, сәйнүк, үтек...
– Нисә йыл бергә йәшәйһегеҙ?
– Егерме йыл.
– Ошоғаса нисек түҙҙегеҙ?
– Һуңғыһына тиклем түҙҙем инде, бығаса гел яҙа бәрә торғайны.

* * *
– Их, ошо бысраҡ быуала йәшәп, нисек ялҡҡанымды белһәң ине, – тип зарлана бер сабаҡ икенсеһенә.
– Ә һин ҡармаҡҡа эләк, шунда уҡ ҡаймаҡ эсенә барып төшөрһөң.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға