28.11.2018 «Наҙҙарға төрһөн еремде Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары...»
* * *
Атыр таңдар хәүеф түгел,
Яҡшы хәбәр менән килһен.
Болот ҡаплаһа ла күкте,
Күңелеңдә ҡояш көлһөн.
Ишетәсәк яңылыҡтар
Һөйөнөскә генә булһын.
Уйҙар икеләнеү түгел,
Күтәренке рухҡа тулһын.
Башланған бер изге эштең
Еңеү булһын аҙағында.
Аҙашмаһын ине кеше
Мәкер, алдаҡ тоҙағында.
Кескәй ярҙамың өсөн дә
Ҡыуандырһын рәхмәт һүҙе.
Барыһын еңел яулай тип,
Теймәһәсе дошман күҙе.
Ысынында тура түгел,
Юлдар урау уңыш өсөн.
Күпер һалыу ҡаршы ярға
Булмаҫ эшме тырыш өсөн?!
Шатлан күреп был көнөңдө
Бушлыҡ менән тултырмауың.
Хыялыңа яҡынайтһын
Бөгөн дә буш ултырмауың.
“Һуңланың”
Һуңға ҡалғас ҡына аңлай кеше
Ҡул һуҙымы булған бәхетен.
Ҡыуып тотам, тиеп, эй, йүгерә,
Тешләр сиккә етеп терһәген,
Һуңға ҡалғас,
Ишек ябылғас,
Ни мәғәнә хәҙер шаҡыуҙан?!
Түҙемлектең сиге була икән –
Ялҡалар гел көтөп арыуҙан.
Һуңға ҡалғас,
Һөйөү һүҙҙәреңде
Ҡысҡырһаң да, һүнгән өмөттәр.
Яңғыҙ үткән көндәр таралалар,
Сәселгәндәй мәрйен бөртөктәр.
Ашығығыҙ яҡын кешегеҙгә
Асып өлгөрөргә уйҙағын –
Әйтмәһендәр өсөн яуап итеп:
«Ғәфү ит, ләкин һин һуңланың».
Ҡыш ҡунаҡтары
Беренсе ҡар – донъяны тәү
Башлап күргән бала кеүек.
Эй өйрөлә, эй шаяра,
Барын тиҙерәк беләм, тиеп.
Тиктормаҫҡай, уйын күреп,
Килеп ҡуна керпектәргә.
Әйҙә, яу, тип, йылмаяһың,
Усты асып бөртөктәргә.
Наҙҙарға төрһөн еремде
Ҡыштың тәүге ҡунаҡтары.
Кешеләргә кинәт күсһен
Аҡлыҡтары, сафлыҡтары.
* * *
Арып ҡайтҡан саҡта кисен эштән,
Күңел эҙләй йылы ҡарашты.
Матур һүҙҙәр өмөт итәбеҙ бит,
Онотоп бар үпкә-талашты.
Тормоштоң мең ығы-зығылары
Юйылһын һил ғаиләң янында.
Арыу-талыуҙарың онотолһон
Сәй эскәндә бергә табында.
Йөрәк тынысланһын,
шатланһын гел
Ашҡынып ҡайтырға өйөңә.
Бер ҡасан үҙеңде яңғыҙ тойма,
Яҡындарың булған көйөңә.
* * *
Икәү йыйған хис өйөмө бер көн
Емерелһә – оҙаҡ кәрәкмәй.
Ғәйбәт һүҙгә еңел ышаныуы,
Ә дөрөҫөн йөрәк ишетмәй.
Нисә йылдар бергә төҙөй биргән,
Семәрләгән һөйөү донъяңды,
Ялған бары тиеп, юҡ итергә
Нисек күтәрерһең ҡулыңды?!
Һин күрмәйһең – үпкә-асыу еңә,
Уның ҡараштары ялбара:
«Ышан миңә, сит кешегә түгел!..»
...Ваҡыт ырай, алда юл бара.
Артабанғы һуҡмаҡ икәү өсөн
Һалынғанмы...
Әллә айырым...
Бер-береңде тыңлай белеү кәрәк,
Үкенескә, тиһәң, булмаһын.
Яратҡас
Алыҫтарҙа тороп ҡалды кеүек
Һинең һының, томан йәшерҙе.
Яндарыңа ынтылғайным, ниҙер
Ҡулдарымды, гүйә, бешерҙе.
Тоноҡ шәүләң күренгәндәй була:
Табылаһың, ҡабат юғалып.
Бер хәбәрһеҙ атылаһың ҡапыл,
Ҡуйы томандарға юл алып.
Мин эҙләнем башта. Осратмағас,
Һин булдыңмы икән, шикләндем.
Уйҙар ҡайнай, бөтмәҫ һорауҙар
күп,
Үҙ-үҙемә генә бикләндем.
Томандарҙа тағы хасил булды
Шәүлә генә йөҙөң – алдатҡыс.
Хистәрең дә тоноҡ булған, ахыры,
Бик тә китмәҫ инең яратҡас...
Бала саҡ моңо
Һис ҙурайғы килмәй был ҡатмарлы,
Мәшәҡәтле оло донъяла.
Тормош арбаһына егелергә
Әҙер түгелмен дә мин, бала.
Атла инең ҡояш нурлап торған,
Ыңғай ғына барған юлдарҙан.
Ҡыйын булһа, еңел ҡотолһаңсы,
Ярҙам алып таныш ҡулдарҙан.
Кәрәкмәһә ине уйларға ла
Киләсәктә килер көндәрҙе.
Ауыр уйҙар башҡа килмәйенсә,
Тыныс үткәр инең төндәрҙе.
Имгәнһәң дә, янда булһа ине
Йыуатыусы, өрөп яраңды.
Илағанда, йәштәреңде һөртөп,
Тыңлаһасы берәү «ҡайғы»ңды.
Кескәй мәлдә кеүек, ҡайтам
тиһәң,
Ҡаршылаһын ине йылы аш.
Шатлыҡ өсөн башҡа кәрәк түгел:
Иретә йөрәкте бер ҡараш.
Йүгер инең йәйғор күперенә,
Ҡулдар менән ҡосоп Ер шарын!
Тәү күргәндәй, устарыңа яуҙыр
Ямғыр тамсыларын, аҡ ҡарын.
Сабыйлыҡтың матур иҫтәлеге
Йөрөһәсе икән гел бергә.
Ярҙам итһен бала саҡтың моңо
Тормоштарҙы йырға күмергә!
* * *
Болоттарҙы елдәр ҡыуған кеүек,
Ваҡыт тиҙләп ҡыуа тормошто.
Кеше һине күрмәгәндәй үтә,
Мыҫҡылы был әллә яҙмыштың?
Һәр береһе үҙ уйына сумған:
Башҡараһы эштәр, мәшәҡәт...
Уйлай бирһәң, бөтә үткән юлдар –
Башҡа ҡабатланмаҫ сәйәхәт.
Ашығабыҙ үтәп өлгөрөргә
Ҡушҡан йомош, бөтмәҫ эштәрҙе.
Яй ҙа сыҡмай яҡындарың менән
Үткәрергә бергә кистәрҙе.
Үкенесһеҙ булһын өсөн йәшәү
Ғаилә торһон иң тәү урында.
Эшем күп, тип, ситкә йүгергәндә
Бер кем ҡалмай ҡуйыр яныңда.
Бөтәһенән элек бәхетле һин
Яҡындарың биргән йылыла.
Булһа һине көтөп тороусылар,
Күңел гелән өйгә ынтыла.
Һылтанмайыҡ бөтмәҫ
эш-шөғөлгә,
Табайыҡсы мәлен, уңайын
Күрешергә, хәлде белешергә,
Йылы өләшергә, дуҫҡайым!
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА,
БДУ студенты.