«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)



16.11.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! 9.11.2018)
* * *
Ике әхирәт һөйләшә:
– Мәймүнә, бәлки миңә кейәүгә сығырғалыр?
– Кемгә?
– Әлегә белмәйем. Һантыйҙар бөткән тип уйлайһыңмы әллә?

* * *
Һатыусыны хужаһы иҫкәртә:
– Иғтибарың юҡ! Ана берәү бишәү урынына алты тартма алып сығып китте...
– Борсолмағыҙ, аҡсаһын ете тартмаға түләне ул.

* * *
Әсәһе егеткә:
– Кисә ҡараңғы мөйөштә минең ҡыҙымды үбергә нисек баҙнат иттең?
– Иртән ҡыҙығыҙҙы күргәс, үҙем дә аптыраным...

* * *
Ҡатыны иренә:
– Эшләгәнең ашарға ла етмәй. Әсәйемә ҡайтып китәм!
– Бик яҡшы. Мине лә алырға онотма!

* * *
– Ҡәҙерлем, әйт әле, миңә тиклем һөйәркәләрең күп булдымы?
Ир өндәшмәй. Биш минуттан ҡатын:
– Хәтереңде ҡалдырһам, ғәфү ит!
– Бүлдермә әле, һаман да һанап ятам бит әле.

* * *
Юлға йыйыныусы ире илап ултыр­ған ҡатынына:
– Илама шул тиклем, мин бит бер йылға түгел, бер айға ғына китәм.
– Беләм инде мин һине: бер айға тиһең дә, өс көндән кире ҡайтып инәһең...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға