03.11.2018 Алма бәләһе (Юмореска)
Кискә генә алма йыйыу теләге тыуҙы. Тиҙ генә ике биҙрәмде тотоп баҡсаға сыҡтым. Артымдан әлеге лә баяғы бесәйем эйәрҙе. Ул ни иреккә сыҡҡас, ағас башына үрмәләй башланы. Ул менгән ағастан тап итеп елле бер алма ҡаҡ маңлайға шап итеп ҡалмаһынмы?!
Күҙҙәремә ут күренеп китте хатта. Ҡыҙыулыҡ менән тегене руссалап та, башҡортсалап та әрләй башланым.
– Дура ты, Надька! Ненормальная! Ҡәһәр һуҡҡан, күҙем күгәрһен генә әле!
Шул саҡ тимер ҡоймаға берәү тибеп ебәрмәһенме?!
Күршем Надяның тауышы.
– Ты сама ненормальная! Дура!
Шунда ғына аңыма килдем. Минең бесәй менән күршенең исемдәре бер бит һуң!
– Ой, Наденька, прости! Это я не к тебе! Ҡәһәр һуҡҡыр бесәй арҡаһында. Это же я к своей кошке так...
Саҡ артынан ҡыуып етеп тынысландырҙым.
Артымдан эйәреп барған теге бесәйемде ҡоймаға ҡуша бәреп ҡайтып киттем. “Бесәй бахырҙың ни ғәйебе бар инде?” – тип уйлайым аҙаҡ.
Исем ҡушҡан кешеһен туҡмарға кәрәк!
Кискеһен ирем эштән ҡайтыу менән тегегә ябырылдым. Ауыҙын асып ҡатты ла торҙо.
– Һин, алйот, ҡайҙан ул исемде таптың?!
Берәй һөйәркәңдең исемелер әле! Күрше Надянан әрләттең. Судҡа бирәм, тип яу һалды.
– Ә, шулаймы! Улай булғас, ни эшләп үгеҙгә “Мишка”, тип исем ҡуштың әле?! Мөхәббәтеңде онотмаҫ өсөнмө!? Иртәнсәк урам буйлап “Мишка! Мишка!” тип һөрәнләп көтөүгә ҡыуаһың. Кис тағы урам яңғыратып шул “Мишка”ңды саҡырып йөрөйһөң!
Хәлдән тайып ирешеп, хәлем бөтөп иҫем китеп ултырғанда Надя килеп инде.
– Я же простила уже. Не ругайтесь, пожалуйста!
Шул ваҡыт яу һалып баҡырып быҙауыбыҙ “Мишка” ҡайтты. Йөҙҙәребеҙ асылып китте. Сөнки мин башҡа уны эҙләмәҫкә анттар итеп бөткәйнем инде.
Мал да аңлай икән ул кеше хәлен. Кешеләр аңламаһа ла!
Нуридә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.