«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (26.10.2018)



30.10.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (26.10.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.10.2018)
* * *
Бер ваҡыт табипҡа ике ҡолағы ла бешкән ир килгән.
– Нимә эшләнең?
– Салбар үтекләп торғанда, телефон шылтыраны.
– Шунан?
– Телефон тип, яңылыш үтекте ҡолағыма ҡуйғанмын!
– Ә икенсе ҡолағыңды ниңә бешерҙең?
– “Ашығыс ярҙам” саҡырырға кәрәк бит инде. Үтекте, тағы ла телефон тип, икенсе ҡолаҡҡа ҡуйғанмын...

* * *
Боярский телефондан шылтырата:
– Мин бер сәғәттән килермен, йәме. “Нишләп?” – тип... Әле генә душтан сыҡтым, эшләпәм бер аҙ кипһен инде.

* * *
Рим папаһы беренсе мәртәбә Парижға килә. Уға журналистар һорау бирә:
– Париждағы фәхишәләргә һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ?
Рим папаһы уйлай, нимә тип яуап бирергә лә белмәй. Һорауға һорау менән яуап бирә:
– Нимә, Парижда фәхешханалар бармы ни?
Икенсе көнө Париждың бөтә гәзиттәре былай тип яҙып сыға: “Рим папаһы француз еренә килеп төшөү менән: “Парижда фәхешханалар бармы?” – тип ҡыҙыҡһынды.

* * *
– Сирегеҙ оҙаҡҡа бармаҫ, – ти доктор. – Көн һайын ванна ҡабул итегеҙ, унан һуң – бер рюмка коньяк.
Бер нисә көндән сирле табипҡа килә.
– Доктор, коньяк мәсьәләһендә бар ҙа тәртиптә. Тик бына ваннаһын суҡынһаң да эсеп булмай.

* * *
Ҡыҙын тиҙерәк кейәүгә бирергә теләгән әсәһе буласаҡ кейәүҙе маҡтай.
– Әсәй, ул бит ҡарт, пеләш, – ти ҡыҙы.
– Һин уның шикелле ике инфаркт кисереп ҡара әле. Ниндәй булыр­һың икән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға