«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (5.10.2018)



09.10.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (5.10.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (5.10.2018)
* * *
– Пенсия йәшен тикшереүҙән башҡа икенсе нәмә тураһында һөйләшәйек әле.
– Ярай.
– Әйҙә, лутсы балыҡ тотоу тураһында һөйләшәйек...
– Мин дә, пенсияға сығыу менән балыҡҡа йөрөрмөн тип хыялланғайным. Хәҙер ул ваҡытҡа әллә етеп була, әллә юҡ...

* * *
– Кисә минең паспортымды һәм ботинкамды урланылар...
– Полицияға барҙыңмы һуң?
– Барҙым. Улар булып сыҡманы.
* * *
Түше орден планкалары менән ҡапланған бабай собеста аяҡ терәп пенсия­һын арттырыуҙарын талап итә. Уға иғтибар итеүсе кеше генә юҡ. Бабай тауышын күтәрә төшә:
– Бик белгегеҙ килһә, мин Куликово һуғышында ғына ҡатнашманым.
Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәгән чиновник ҡағыҙҙарҙан күҙҙәрен алмай:
– Ә ниңә ҡатнашма­нығыҙ?
Тынлыҡ. Сират көтөп ултырыусыларҙың береһе:
– Дезертирҙыр, моғайын.
* * *
Ир менән ҡатын көнө буйы талашалар. Иң һуңынан ир ишекте ныҡ итеп ябып сығып китә.
– Әсәй, һинең кейәүгә сыҡҡаныңа күпме инде?
– Ун йыл, улым.
– Ә тағы күпме торорға ҡалды?

* * *
– Вәли, төҫөң ҡасҡан. Бер-бер хәл булдымы әллә?
– Булды шул. Ҡатыным ташлап китте.
– Ҡайғыңды уртаҡлашам.
– Һөйләп бөткәнде көт. Кисә кире ҡайтып инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға