11.10.2018 Балаларыма
Әгәр хоҙай мине ала икән
Балаларым илап ҡалмағыҙ.
Күҙ йәштәре түгеп әсәгеҙҙең
Йән тыныслыҡтарын алмағыҙ.
Тәнем китер, йәнем һеҙҙең менән
Эргәгеҙҙә һәр саҡ булырмын.
Ауыр саҡта янығыҙға килеп,
Күбәләктәр булып ҡунырмын.
Фәрештәләй аҡ ҡанатым йәйеп,
Бәлә - ҡазаларҙан һаҡлармын.
Күңел аҡлығығыҙ ҡараланһа
Бар хәлемсә уны паклармын.
Маңлайыма шулай яҙа икән
Ҡайғы - хәсрәттәргә батмағыҙ.
Әсәгеҙҙең яҡты иҫтәлеген
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлағыҙ.
Автор - Сәлимә Барлыбаева (Иҫәндәүләтова)