01.10.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
* * *
Төн уртаһы. Морг. Санитарҙар урланған спирт эсеп ултыра. Шул ваҡыт улар янына практикант студент йүгереп инә.
– Унда... Унда...
Санитарҙар, ҡурҡып:
– Нимә унда?!
– Унда бер мәйет тороп ултырҙы!
– Уф, ҡурҡыттың. Беҙ баш табип тикшерергә килгән икән тип уйланыҡ.
* * *
Балерина перронда поезд көтә. Ваҡыт әрәмгә үтмәһен өсөн балеттағы хәрәкәттәрҙе ҡабатлай. Бер аҙ күҙәтеп торғас, уның янына бер әбей килә.
– Балам, интекмә. Әйҙә, мин һиңә яҡындағы бәҙрәфте күрһәтәм.
* * *
Ҡунаҡ:
– Эй, оҙатырға сығып мәшәҡәтләнмәгеҙ инде.
– Ниндәй мәшәҡәт ти! Ҡунаҡты оҙатыу күңелле бит ул!
* * *
Биш йәшлек малай циркта яңғыҙы ғына тамаша ҡарап ултыра. Эргәһендәге ҡатын унан:
– Бәләкәй генә көйөңә яңғыҙыңды нисек циркҡа ебәрҙеләр? Билетты ла үҙең алдыңмы? – тип һорай.
– Юҡ, атай алды.
– Ә ул үҙе ҡайҙа?
– Өйҙә билет эҙләп ҡалды...
* * *
Йоҡоло-уяулы ире – ҡатынына:
– Телевизорҙы һүндер әле.
– Тик кенә ултыр! Беҙ кинотеатрҙа!
* * *
Урмандан ҡанға батҡан көнгөрә бара.
– Нимә булды? – тип һорайҙар унан.
– Трамвайҙа сумкамды киҫкәндәр!