«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)



17.09.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
* * *
Бер ғаилә ресторанға килеп инә лә, ашап бөткәс, ғаилә башлығы аҡса түләргә официантты саҡыра. Аҡсаһын сығарып булышҡан мәлдә ҡатыны официанттан:
– Ашап бөтмәгән ризыҡтарҙы этебеҙгә алып ҡайтырға мөмкинме? – тип һорай.
– Әлбиттә, мөмкин, хәҙер контейнерға һалып бирербеҙ.
Балалар, шатлыҡтарынан ҡулдарын сәпәкәйләп:
– Урра! Беҙгә эт алалар!

* * *
Әсәһе – улына:
– Айрат, кем кәнфитте ашаны?
– Өй эйәһе...
Мейестән тауыш:
– Шыттырма!

* * *
– Доктор, унда бер ауырыу һуштан яҙып йығылған!
– Улайһа, сиратһыҙ инһен...

* * *
– Ни өсөн балыҡ телһеҙ, беләһеңме?
– Ә һин башыңды һыуға тыҡ та, һөйләшеп ҡара...
* * *

Егете урамда һөйгәнен көтөп тора. Бына ҡапҡанан йөрөгән ҡыҙының ҡустыһы башын сығара.
– Әйттеңме апайыңа?
– Әйттем.
– Ул нимә тине?
– Бер нәмә лә тимәне. Вәли ағай бүләк иткән балдаҡты һалды ла, һинекен кейеп алды.

* * *
– Атай, күҙҙәреңде йомған килеш яҙа алаһыңмы?
– Әлбиттә.
– Улайһа, күҙҙәреңде йом да көндәлеккә ҡул ҡуй.

* * *
– Доктор, минең балам күп итеп ҡом ашаған. Мин уға күп итеп һыу эсерҙем. Хәҙер нимә эшләргә?
– Ҡарап тороғоҙ. Цементҡа яҡын килмәһен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға