«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » МУРЗИК ЗАРЫ



21.09.2018 МУРЗИК ЗАРЫ

МУРЗИК ЗАРЫ
Оя ҡороп сыҡтым мин ағасҡа,
Йортта йәшәр хәлем ҡалмағас.
Утҡа, һыуға, газға түләрлек тә
Кеҫәләрҙә аҡсам булмағас.

Ҡайҙан булһын инде ундай аҡса,
Өҙөп-йолҡоп тамаҡ ялғайым.
Ҡарға ояһындай үҙ оям бар,
Мәгәр бомж булып ҡалмайым.

Нисәмә йыл тоғро хеҙмәт иттем,
Баш ҡалҡытмай түктем тиремде.
Һыҙланһам да, сырхаһам да түҙҙем,
Күрһәтмәнем һис тә сиремде.

Хаҡлы ялға сығырға ла ваҡыт,
Етеү менәнме ни ул ваҡыт!?
Хужа үҙ законын индергәнгә
Өмөтөмдән ҡалды бер ватыҡ. (Мурзик.)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға