«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (7.09.2018)



10.09.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (7.09.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (7.09.2018)
* * *
Фотоательеға пингвин менән зебра килеп инә.
–Төҫлөгә фотомы?
–Юҡ, беҙгә аҡлы-ҡаралы ла бара.

* * *
Мансур дарыуханала:
– Миңә ауыртыуҙы баҫыусы дарыу бирегеҙ әле, зинһар, – тип һорай икән.
Һатыусы ҡыҙ:
– Башығыҙ ауыртамы?
– Юҡ. Атайым мәктәпкә ата- әсәләр йыйылышына киткәйне...

* * *
Метеорологтан интервью алалар:
– Һеҙҙең фараздарығыҙ гел дөрөҫкә сығамы?
– Һәр ваҡыт. Тик даталары ғына ҡайһы берҙә тап килмәй.

* * *
Ҡатыны иренә:
– Йәш сағымда йүләр булғанмын да инде. Ниндәй аҡыллы, егәрле егеттәр артымдан йөрөнө. Ә мин шуларҙың береһенә лә кейәүгә сығырға теләмәнем.
Ире:
– Минең шулар араһында булмауым бик тә ҡыҙғаныс...

* * *
Ике бесәй һөйләшә:
– Ҡайһылай матур ғына ҡыҙыл күҙлек кейеп алғанһың ул.
– Хужам алып бирҙе... Һоло бут­ҡаһын фарш тип ашатыр өсөн.
* * *
Эскәмйә. Унда бабай ултыра. Ауыҙы йырыҡ, йөҙө шат, күңел көр.
– Бабай, бәхетле булыуыңдың сере ниҙә? – тип һорайҙар унан балалар..
– Сере ябай уның, – тип яуап бирә бабай. – Мин үҙемде бер ҡасан да, бер нәмәнән дә сикләмәнем. Эскем килһә аунағансы эстем, тарттым, ябығам, диета тоторға кәрәк, тип баш ватманым!
– Ә һеҙгә хәҙер нисә йәш?
– 29 тула инде...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға