07.10.2018 Алынмай ҡалған миҙал
йәки мин нисек “дошман”ды эләктерә яҙҙым?
Армияла Германияла хеҙмәт иттем. Шул ваҡытта төрлө кешеләр осраны, ләкин был ҡарағалпаҡ егете менән булған хәл айырым иғтибарға лайыҡ.
Мин йыл ярым хеҙмәт иткән ҡарт һалдат – комсорг, каптер, беҙҙеңсә әйтһәк, келәт мөдире. Етмәһә минең иңгә политинформатор бурысын да йөкмәткәндәр – замполиттың уң ҡулымын.
Бер көндө беҙҙең танк ротаһына прапорщиктар мәктәбен тамамлаған йәштәр килде. Буласаҡ танк командирҙары инде былар. Шуларҙың араһынан иң тәүҙә бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан, күҙе-башы йүгереп торған буйға бәләкәй генә ҡыҫыҡ күҙле егет күҙгә салынды. Күренеп тора, әрмегә Урта Азиянан алынған булырға тейеш. Уйым раҫҡа сыҡты – ҡарағалпаҡ егете булып сыҡты.
Ул килгәс тә, ҡала алыҫмы, сығып йөрөгәнегеҙ бармы, тигән һорауҙар менән теңкәне ҡоротто. Үҙе менән гел блокнот йөрөтә, буш ваҡыты булһа, шуны асып ниҙер уҡый. Шунан аҙна һайын ял көндәрендә автобусҡа ултырып ҡалаға олаға. Ҡаланан ҡайтҡанда автобустан ҡайһы ваҡыт бик ҡәнәғәт йылмайыу менән, ҡайһы берҙә ҡара янып, күңелһеҙ төшә.
Часыбыҙ ил сигенә яҡын – 30 километрҙа ғына Германия. Йәштәр белмәйҙер, элек немецтарҙың дәүләте икегә бүленгәйне. 1990 йылдың 3 октябрендә генә улар ҡушылып, бер ил булып китте. Сиктең икенсе яғында НАТО ғәскәрҙәре урынлашҡан. Шуға күрә лә беҙҙең гарнизон сит ил разведкалары тарафынан айырым күҙәтеү аҫтында.
Мин дә рота комсоргы, политинформатор булараҡ, ундай-бындай хәлдәрҙе ҡарап йөрөргә тейеш, талап шулай. Был сәйер прапорщикты ла ныҡлы күҙәтеү аҫтына алдым.
Бер көндө бик бирелеп блокнотын уҡып ултырғанында тоттом был егетте.
– Нимә уҡыйһың бигерәк бирелеп китеп? – Ҡаты ғына өндәштем тегегә.
– Нимәгә ул һиңә? – был да бирешмәй.
Минең күңелдәге шик тағы ла көсәйҙе. Ай-һай, дошман разведкаһына эшләмәйме икән был мөртәт? Шулай ҙа вайымһыҙлыҡ күрһәтеп һораған булам.
– Нимә һуң ҡулыңда, ниңә йәшерәһең?
– Йөрөмә йөҙәтеп, нимес һүҙҙәрен өйрәнәм! Хеҙмәт иткән илдең телен белергә тейешбеҙ бит, – ти был күҙен дә йоммай.
Шөбһәләнеүем тағы ла көсәйҙе. Тикмәгә түгел был! Беҙҙе армияға алғанда: “Иностранными языками владеете или нет?” – тип һорағайнылар. Ҡәтғи рәүештә Германияға сит тел белмәгәндәрҙе генә оҙаттылар. Баҡтиһәң, урындағы халыҡ менән аралашмаҫ өсөн шулай эшләгәндәр икән. Ә ҡыҫыҡ күҙ немец телен өйрәнеп ултыра. Тимәк, был шикле кеше, вербовать ителгән агент, моғайын!
Алдан бер аҙ тикшергәндән һуң, батальон замполитына әйтергә булдым шигемде. Тик саҡ ҡына сабыр итергә, тип тынысландырам үҙемде. Һатлыҡ йәнде енәйәт өҫтөндә эләктерергә кәрәк. Мин инде үҙемде атаҡлы совет разведчигы Рихард Зорге кеүек тоя башланым. Һеҙ нимә, үҙебеҙҙең арала йөрөгән дошман агентын тотам бит оҙаҡламай. Награда ла бирерҙәр әле. Бик тә булмаһа, тыуған яҡҡа 10 көнлөк отпуск менән бүләкләрҙәр.
Минең йәшерен тикшереүҙең аҙаҡҡы этабы ҡалды – иң ҡыйыны һәм ҡатмарлыһы. Дошмандың блокнотын ҡулға төшөрөү! Бер көндө, бирәһе килһә ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигән кеүек, был планым да уңай ғына килеп сыҡты.
Рота каптеркаһында яңы алынған кейемде тәҫләп һалып йөрөйөм. Стена аша урынлашҡан кәнсәләрҙә командир планерка үткәрә. Барыһын да ете быуындарына тиклем туҙҙыра, тоҙло-боросло һүҙҙәре лә ишетелеп ҡала. Ул яҡтан командирға еткән кеше юҡ. Ҡапыл казармаларҙа урынлашҡан тауыш көсәйткестәренән: “Гранит – 200! Гранит – 200!” – тигән команда яңғыраны. Тимәк, бөтә полк тиҙ арала плацта теҙелергә тейеш – тревога! Бөтә личный состав эркелешеп тышҡа ашыҡты, мин һуңғараҡ ҡалдым. Каптер бөтә нәмәне барлап, ишектәрҙе бикләп сығырға тейеш. Каптерканы бикләнем, юл ыңғайы кәнсәләргә күҙ һалдым. Оһо, өҫтәлдә блокнот! Мин “һә” тигәнсе ҡиммәтле нәмәне кеҫәгә тыҡтым да плацҡа атылдым. Үҙемдең йөрәк сабыш атыныҡы кеүек тибә: “Булды, булды! Хәҙер тоҙаҡҡа ҡаба дошман агенты!”
Сбор оҙаҡҡа һуҙылды. Полк командиры йәшен йәшнәгәндәй тауыш менән ниҙер һөйләй. Яңы хеҙмәткә алынған салагаларҙан башҡа уны тыңлаған кеше лә юҡ. Офицер-прапорщиктар шым ғына анекдот һөйләшә, “олатайҙар” бер аяҡтан икенсе аяҡҡа кәүҙәләренең ауырлығын күсереп арыған тәндәрен ял иттерә. Тик мин генә энәгә баҫҡан кеүек торам. Ҡасан бөтә был хикмәт, блокнотты аулаҡлап ҡарарға кәрәк бит!
Бер сәғәттән тамамланды сбор. Офицерҙарҙың тынғыһыҙ хеҙмәт көнө лә бөттө. Кемдер фатирына, кемдер дөйөм ятаҡҡа ҡайтып китте. Теге прапорщик ҡына һүгенә-һүгенә кәнсәләрҙең аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Блокнот һыуға төшкән таш шикелле, эҙһеҙ ғәйеп булды. Байтаҡ ҡына йонсоғас, был каптеркаға башын тығып, миңә өндәште.
– Сержант, ҡайҙалыр блокнотты ҡалдырғанмын, тапһаң, срочно миңә килтерерһең! – тип киҫәтте. Аҙаҡ тағы, сәйер генә ҡарап, өҫтәп ҡуйҙы. – Слушай, будь другом, никому не слова!
Яңғыҙым ҡалдым бит, нәкәнис. Аҙна буйы сүллектә һыуһыҙ интегеп йөрөгән кеше шикелле, блокнотҡа ябырылдым. Үҙем йотлоғоп уҡыйым, уның һайын үҙемдең күҙҙәр ҙурая бара, эйәгем яңағымдан ысҡынып өҫтәлгә үк төшөп китте.
Беренсе биттә: “Гутен морген, гутен таг, гутен абенд”, – кеүегерәк дежур фразалар яҙылған. Икенсе бит: “Исемең нисек! Ҡайҙа йәшәйһең! Минең исемем фәлән-фәләнов һәм башҡалар”, – тигән һүҙҙәрҙән тора. Артабанғы биттәрҙә ҡатын-ҡыҙға маҡтау, уларҙы арбау һүҙҙәре теҙелгән. Тағы ла бер нисә бит гүзәл затты осрашыуға саҡырыу, енси яҡынлыҡҡа өндәү, бәйләнеш ваҡытында әйтелә торған наҙлау, иркәләү һүҙҙәренән тора. Иң аҙаҡҡы ике биттә, кем осрашырға риза булмаған, шуларҙы оятһыҙ рәүештә әрләү, ҡарғау һүҙҙәре урын алған. Бәй, был бит шпион түгел! Был бит террорист! Һөйөү террорисы, япбишмәт!
Миңә тигән награда ла, тыуған яҡҡа отпуск та осто былай булғас! Шарҡылдап көләм үҙем. Ҡабат-ҡабат блокнотта яҙылғандарҙы уҡыйым да, йәнә эсемде тотоп, карауатҡа ауам. Ләкин күңелдә алынмай ҡалған миҙал, юғалған отпуск өсөн үкенеү юҡ. Күңелем йырлай, күҙҙәр яна!
Иртәгәһенә көлмәҫкә тырышып, блокнотты хужаһына һондом.
– Уҡыныңмы? – беренсе һорауы шул булды ҡарағалпаҡ егетенең.
– Эйе, – тип баш ҡаҡтым тегегә.
– Ну и как? – Прапорщик һораулы ҡарашын миңә төбәне.
Мин йәнә эсемде тотоп, карауатҡа йығылдым. Беҙҙең нимә хаҡында һөйләшкәнде аңламаған башҡа һалдаттар, каптерҙың “ҡыйығы” китте ахырыһы, тип уйланылармы, миңә сәйерһенеп ҡаранылар.
Шул көндән алып ҡарағалпаҡ егете яҡын дуҫыма әйләнде.
Иншар АСҠАРОВ.