«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



11.01.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Олатай, ана теге ҙур ҡауынды алайыҡ, – тип ныҡыша бәләкәй ейәне.
– Кеҫә яғы hай бит әле, улым, – ти олатаһы.
– Кеҫәгә hалмайбыҙ, күтәреп кенә ҡайтабыҙ.

* * *
– Ирек, һиңә иҫем китә: ҡош-ҡорт, мал-тыуарҙың хаҡын теүәл нисек беләhең? Әллә уларҙы hатыу менән шөғөлләнәhеңме? – ти танышы.
– Юҡ. Машина hатып алғайным. Хәҙер шуны йөрөтөргә өйрәнәм.

* * *
Хужа ялан аяҡ ишек алдында нимәлер эшләп йөрөгәндә аяғына шырау ҡаҙала. Ул ултырып сүпте ала ла үҙ алдына:
– Йә, Хоҙай, әлдә ялан аяҡ инем, юғиhә сабатам да тишелер ине, – ти.

* * *
Медицина картаһындағы яҙыуҙан: «Бер ниндәй ҙә психик ауырыуы юҡ. Тура мәғәнәһендә – иҫәр».

* * *
ҡаланан колхозға бер түрә килеп, hауынсылар алдында сығыш яhай:
– Һыйырҙарығыҙҙы бөгөн үк hауып ҡуйығыҙ. Сөнки иртә таңдан ҡырға эшкә сығырға кәрәк.

* * *
Ике таныш һөйләшә:
– Шунан, дачаң ниндәй?
– Ниндәй, тип ни... ябай, алты сутый...
– Бик яҡшы. Ә участкаһы?

* * *
Банк. Кредит бирә торған бүлек:
– Ул тиклем ҙур проценттарҙы түләй алырлыҡ аҡсағыҙ булғас, һеҙгә кредит кәрәкмәйҙер ул.

* * *
Табип – ауырыуға:
– Әйтегеҙ әле, hеҙ ҡатынығыҙҙы алдайhығыҙмы?
– Әлбиттә. Шуның өсөн ҡатын бит инде ул.

* * *
Ауылдан килгән йәш егет маршрут автобусын йөрөтөргә эшкә урынлашырға уйлай. Тәүге эш көнө алдынан өлкән водитель уның менән инструктаж үткәрә:
– Дөйөмләштереп әйткәндә, һин бөтә ерҙән дә йөрөй алаһың. Һул яҡтан сығып, алда барған машинаны ла үтә алаһың. Йә­йәү­леләр йөрөй торған урын­дан да елдерә ала­һың, «ҡыҙыл ут»ты ла күрмәй үтеп китергә мөмкин.
– Йәғни юлда нимә те­ләйем, шуны эшләй аламмы? – ти егет, ҡыуанып.
– Эйе. Берҙән-бер нәмә – йәйәүлеләрҙе тапарға ярамай. Сөнки улар беҙҙең кеҫәне ҡалынай­тыу­сылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға