«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



04.09.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
* * *
Дуҫлашып йөрөүсе егет менән ҡыҙ һөйләшә. Ҡыҙ:
– Һүҙҙәремде кире алам...
– Яҡшы. Ғәфү үтенергә булдың, тимәк?
– Юҡ! Икенсе һүҙҙәр уйлап таптым!
* * *

– Сания, ниңә иреңдән айырылдың әле һин?
– Мине эт урынына күрә башланы...
– Нисек инде, эт урынына?
– Нисек тип, тоғролоҡ талап итеп йөҙәтте...
* * *
Бер ир дуҫына зарлана:
– Беләһеңме, ҡатындан шикләнә башланым... Хыянат итә, ахырыһы...
– Ниңә улай тиһең, дуҫ?!
– Икенсе ҡалаға йәшәргә күсеп киттек. Тик өйгә һаман шул уҡ сантехник килә...

* * *
– Мин кисә һеҙҙән ултырғыс һатып алғайным. Бөгөн ул таралып төштө.
– Булмаҫ! Моғайын, берегеҙ ултырып ҡарағандыр әле...
* * *
– Ниңә һүгенәһең?
– Ултыр яныма, аңлатам.
– Ултырҙым. Һөйлә.
– Эскәмйә буялған булған.

* * *
Ике студент ҡойоп ямғыр яуғанда осраша.
–Ҡара әле, һин ни эшләп минең плащты кейҙең?
– Нисек инде ниңә? Һинең яңы костюмыңды бысратҡым килмәне…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға