«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)



06.08.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Бер хәбәрҙе тиҙ арала таратырға ине. Ниндәй ысулды тәҡдим итәһең?
– Һе, уның өс юлы бар инде: телеграмма, телефон һәм ҡатын-ҡыҙ.
* * *
Ирле-ҡатынлы машинала китеп барғанда аварияға осрай. Ҡатын ҡурҡышынан иҫен юғалта. Яндарына килеп туҡтаған автомобилдәге бе­рәү, баҡһаң, табип булып сыға. Ул, ҡатынды аңына килтермәксе булып, сикәһенә еңелсә генә һуҡҡылай. Быны ҡарап торған ир:
– Мөмкинме, үҙем? Был турала 20 йыл хыялландым…
* * *
Шәфҡәт Яҡтыкүлгә ял итергә барған да, ҡунаҡхана бүлмәләренең хаҡын белешә.
– Бына күлдең үҙенә үк ҡараған тәҙрәле номерыбыҙ буш. Хаҡы бер көнгә 2200 һум.
– Ә Яҡтыкүлгә ҡарамаҫҡа, пәрҙәләрҙе асмаҫҡа һүҙ бирһәм, хаҡы бер аҙ арзанаймаҫмы?
* * *
Ике һаран осраша. Береһе бик кәйефһеҙ, имеш.
– Аһа, ниңә башыңды һәлендер­ҙең әле? Ни булды?
– Эйе, бик кәйефһеҙ сағым. Тарағымдың теше һынды…
– Китсе, улай уҡ бөтөрөнмә, бер теше һынған тараҡ менән дә сәс тарап була.
– Юҡ шул, быныһы һуңғы теше ине…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға