«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды



27.08.2018 Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды

Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
Тетрәтте лә ҡапыл юғалды.
Ә күңелдә күпме һағыштарым,
Йәрәхәтле яңы моң һалды.
Һин юғалдың, башҡа юлдарыбыҙ
Тап килмәҫме ғүмер - ғүмергә.
Осар ҡоштай күңел ашҡынмаҫмы
Һинең өсөн, һине күрергә.
Осраһаң да ҡабат юлдарымда,
Елкендереп минең күңелде.
Ғәфү итмәм, сөнки йөрәгемдә
Мөхәббәтем шиңеп, һүрелде.
Тәүге һөйөү хисле күңелемә
Күпме һағыш, зарлы моң һалды.
Ә йөрәктә мөхәббәтем булып
Йырланмаған яңы йыр ҡалды.

Сәлимә Барлыбаева (Иҫәндәүләтова)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға