«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Юғалттым мин һине ғүмерлеккә



20.08.2018 Юғалттым мин һине ғүмерлеккә

Юғалттым мин һине ғүмерлеккә
Юғалттым мин һине ғүмерлеккә
Юлдарыбыҙ тағы айрылды.
Таш ҡаялай ғорур йөрәгемдең
Пар ҡанаты кинәт ҡайрылды.
Үкенмәйем, ҡара күҙҙәреңдең
Күрмәһәмдә шатлыҡ һирпкәнен.
Әрней бары, йәрәхәтле күңел
Иҫкә төшһә гүзәл үткәнем.
Үкенмәйем, атыр таңдарыбыҙ
Атмайынса тороп ҡалғанға.
Һыҡранмайым, нескә күңелемә
Уңалмаҫлыҡ яра һалғанға.
Үкенмәйем, ә шулайҙа ауыр
Мәңгелеккә һине юғалтыу.
Үкенһәмдә, илап үтенһәмдә
Үткәндәргә юҡтыр, тим, ҡайтыу.

Сәлимә Барлыбаева (Иҫәндәүләтова)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға