«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (13.07.2018)



17.07.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (13.07.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (13.07.2018)
* * *
Бер ҡатын полицияға килеп, иренең инде дүрт көн өйгә ҡайтмауын әйтә.
– Ә ирегеҙҙең ниндәй дә булһа үҙенсәлекле билдәләре бар инеме һуң? – тип һорайҙар унан.
– Әлегә ҡәҙәр юҡ ине, – ти ҡатын, – тик өйгә ҡайтһын әле, ундай билдәләре буласаҡ!
* * *
Иҫәрҙәр йортонда:
– Мин – лампочка, мин – лампочка...
– Бар кит, күҙгә яҡтыртып торма әле!
* * *
Арктиканан ҡайтҡан туристан иптәштәре һорай:
– Унда шулай ныҡ һыуыҡмы?
– Эйе, хәтәр һыуыҡ! Хатта мин ҡулымды ла бейәләйҙе һалмай ғына йыуа инем...

* * *
Ауыр эштә эшләгән бер ир бала ҡарап өйҙә генә ултырған ҡатынынан көнләшеп, Алланан бер генә көнгә ҡатын сүрәтенә индереп тороуын һораған. Хоҙай быны ишеткән. Ир иртәле-кисле ашарға әҙерләп, өй йыйыштырып, бала ҡарап, кис ирен хеҙмәтләндереп тамам арыған. Төн еткәс, тағы Хоҙайға ялбара икән.
– Кире ир сүрәтенә индер инде. Ҡатын-ҡыҙ булыуы бигерәк ауыр икән...
Алла:
– Тиҙ генә булмаҫ шул. Көтөргә тура килер. Сөнки һин ауырлыһың...

* * *
Ял итеүсе диңгеҙ буйындағы ҡаяға “Ҡатыным менән булдыҡ! Шәп! Юлай.” тип яҙа. Бер ни тиклем ваҡыттан бында тағы ла “Ҡатынһыҙ ғына бында булдым. Күпкә яҡшыраҡ! Вәлит.” тигән яҙыу пәйҙә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға