«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (06.07.2018)



09.07.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (06.07.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (06.07.2018)
* * *
Малай әсәһенән һорай:
– Әсәй, мин сәғәт нисәлә тыуҙым?
– Иртәнге алтынсы яртыла.
– Эй, бигерәк иртә булған икән. Сәй эсергә лә өлгөрмәгәнһеңдер инде.
* * *
Ҡала кешеһе ауылға килгән. Йорт хужаһы уға:
– Күркәм тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итерһегеҙ әле. Көн дә таң менән әтәс уятыр.
– Бик яҡшы! Иртәгә ул әтәсте ун беренсе яртыға ҡуйығыҙ.
* * *
– Ҡайҙа эшләйһең?
– Хәрби сер.
– Нимә эшләйһегеҙ?
– Хәрби сер.
– Ә күпме алаһығыҙ?
– Бер гранатаға бер һум.

* * *
Табип сирлегә:
– Һеҙҙең йүтәлегеҙ миңә оҡшамай.
– Ғәфү итегеҙ, ләкин яҡшыраҡ йүтәлләй алмайым.
* * *
Ир ҡатынына :
– Һинең яңы эшләпәң миңә оҡшамай...
Ҡатыны:
– Һиңә оҡшаһын тип кенә баш түбәмә шешә ултырта алмайым бит инде.
* * *
Ожмах ҡапҡаһы төбөндә 5 мең һумлыҡ аҡса тора.
– Ниңә мине индермәйһегеҙ, минең бәләкәй туғандарым – иллелектәр, йөҙәрлектәр, биш йөҙлөктәр ҙә эстә бит.
– Белмәйбеҙ, һине мәсеттә күргәнебеҙ булманы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға