«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ул һәр саҡ беҙҙең менән



09.07.2018 Ул һәр саҡ беҙҙең менән

Ул һәр саҡ беҙҙең менән
2018 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа 88 йәш тулған булыр ине. Ике йыл инде беҙ уның тыуған көнөн ҡыҙым менән икәү генә ҡаршылайбыҙ. Йылдар буйы йәшәп килгән йола онотолдо. Уның тыуған көнө алдынан беҙ сәскә ала инек (өсөбөҙ ҙә аҡ сәскә яратабыҙ), уны вазаға ултыртабыҙ ҙа күренмәгәнерәк урынға ҡуябыҙ, пакетта – бүләк. Тыуған көнөндә иртән торабыҙ ҙа ваза менән сәскәне, бүләк һалынған пакетты алып:
Трата там, трата там,
Мин бит һине яратам, – тип һамаҡлай-һамаҡлай ул ятҡан бүлмәгә йүнәләбеҙ. Беҙҙең тауышҡа ул һикереп тороп баҫа. Беҙ, матур теләктәр теләп, сәскәле вазаны, пакетты бирәбеҙ ҙә үҙен ҡосаҡлап, үпәсләп, арҡаһынан һөйөп, ҡыҙым менән кухняға сәй әҙерләргә сығып китәбеҙ, ул бала һымаҡ пакеттағы бүләктәрҙе ҡарап ҡала.
Беҙ сәй табыны әҙерләүгә йыуынып, кейенеп-яһанып, йылмайып кухняға килеп инә. Ошолай ҡаршы ала инек һәр беребеҙҙең тыуған көнөн. Хәҙер уны һағынып, юҡһынып, уны һөйләй-һөйләй ҡыҙым менән икәү генә сәй эсергә ултырабыҙ.
Абдулхаҡтың тыуған көнө алдынан гәзиткә нимә бирергә икән, тип уйландыҡ. Йәшлек, ғүмер хаҡында шиғри шәлкем әҙерләргә уйлағайныҡ та, икенсе фекергә килдек. Халыҡ шағирының рухын сафландырыу, яңыртыу, ҡараңғы гүрҙәре яҡтырып китһен тигән ниәт менән уны хөрмәт иткән, яҡын күреп ҡотлаған ҡәләмдәштәренең, дуҫтарының йөрәк һүҙен бирергә булдыҡ.

Хөрмәтле Абдулхаҡ ҡустыға!

Ҡотлау һүҙе


Шиғриәттең аҫау арғымағын
Ауыҙлыҡлап елдең, Абдулхаҡ.
Һәр саҡ йөҙөң яҡты,
күңелең көр,
Әйтер һүҙең ихлас, хаҡ булғас.

Йырҙан үргән 60 йыллыҡ ғүмер
Ҡартайтманы һине,
йәшәртте.
Етмеш-һикһәндә лә
шиғри моңдар
Сыңлап торһон, данлап
йәшлекте.

Йәшә шулай йәшнәп,
сәсән булып.
Һин һөйөп шул юлды һайланың,
Күңелеңдә мәңге
арыу белмәҫ
Шиғыр һандуғасы һайраһын!
Ҡотло булһын оло байрамың,
Төклө булһын алғы йылдарың,
Һөйөнөп торһон Һаҡмар,
Уралың.
Изге теләктәр менән

Зәйнәб Биишева.
23 июнь, 1990 йыл, Өфө.

Абдулхаҡ туғаным!


Тыуған көнөң менән ҡайнар
ҡотлайым!
Һин көләс, шат, һин һөйкөмлө,
Һин мөхәббәтле шағир,
Һин үҙең уҡып туймаҫтай
Гүзәл, матур шиғыр.

Нурлаһын барыр юлыңды
Яҡты йондоҙ нурҙары.
Йырлаһын дәртләндереп
Күңелеңде наҙ-былбылдары.

Яҙ һаман, яҙ тибрәтеп
Алтын ҡәләмең остарын,
Көйҙөрөп дошман йөҙөн,
Шатландырып дуҫтарың!

Ҡосаҡлап: Рәғиҙә Янбулатова.

Изге теләгем


Етем бала булып килһәң дә һин
Тоғро атай булды детдомың.
Детдом ҡосағында
ынтылыш алды
Тәүге ҡуҙғалышың –
тәүге эш юлың.
Йырла, балам, йырла
башҡортомдоң
Тарихтарын, үткән көндәрен.
Башҡорт тарихтарын аса
барһын
Күңелеңдәге изге серҙәрең.
Беҙҙең яҙмыш, балам,
ил яҙмышы,
Ил яҙмышы халҡым ҡулында.
Халыҡ өсөн янған изге
теләктәрең
Сәскә атһын барыр юлыңда.
Йырла, балам, йырла илебеҙҙең
Шатлыҡтарын, бөтә моңдарын.
Шул йырҙарҙы йырлап
шатланһындар
Уландарың, һылыу ҡыҙҙарың.
Абдулхаҡ, һыу ағышын дөрөҫ итеп күрһәтә бел, аңлата бел. Дөрөҫөн һөйлә, ҡурҡма, балам, һин бит дөрөҫлөк яратҡан, яҡшылыҡҡа ынтылған, бөгөлмәҫ, һынмаҫ башҡорт балаһы, ә дөрөҫлөк ҡасан да урын аласаҡ.
Тәрбиәсемдең һүҙҙәре, әсәйемдең йөрәге, тип ҡабул ит!
Сәләм менән – тәрбиәсең Ғәлиә апайың.

Йөк аты

(Акростих)
Яҡташым, детдомдаш дуҫым
Абдулхаҡ Игебаевҡа.


Арба, сана дуҫы йөк атының
Бормаланып ятыр юлдары.
Дауыл-ҡойон тимәй,
яуын тимәй,
Ул юғары тотор дуғаһын.
Лава ҡайнарлығы – йөрәгендә,
Хисапһыҙ йөк тартҡан
малҡайҙың.
Алда көтә яңы артылыштар,
Ҡояш, Ай тик күктә балҡыһын!
Хәл-көс йыйғанда ла бер аҙ
туҡтап,
Айырылмаҫ ҡамыт, тәртәнән.
Жираф һымаҡ һонолоп
ҡарап тормаҫ,
Муйырылып инмәҫ кәртәгә.
Өнһөҙ-тынһыҙ, йөгөн
тарта-тарта,
Холҡон яҡшы яҡтан күрһәтер.
Әрәм-шәрәм итмәй
көс-ғәйрәтен,
Мең саҡрымды меңгә терәтер!
Мәгәр мәлһеҙ мәрхәмәтлек
көтмәҫ
Әҙәми заттан, һоло бирер тип.
Типһәм тибенем бар, шөкөр,
тиер ул.
Уның хәлен Ил-йорт күрер күп.
Ләйсән ямғыр арҡа тирен
йыуыр,
Ылау башлап барыр йөк аты.
Иҙел кисер, Ирәмәлдәр үтер,
Гел яҡшылыҡ эшләр күп яҡлы.
Еләҫ елдәр ялҡайҙарын тарар,
Байҡар уны тауҙар, үҙәндәр.
Ауырлыҡтар тағы ла йөрөр
һаман,
Егәрләнеп донъя гиҙгәндә…
Ваҡыт – заман, талаптар ҙур.
Ҡанатҡайым – атым, йөктәреңде
Алып һалып булмай бизмәнгә!

Ғәфәр ВӘЛИУЛЛИН,
1990 йыл.


Уҡытыусым

Шағир Абдулхаҡ Игебаевҡа.


Һинең шиғырҙарҙы үҫмер
саҡтан
Ҡөрьән аятылай ятланым.
Йөрәк һүҙең йөрәк уртаһында
Йәшен уты булып ялтланы.

…Нисә тапҡыр, сәхнәләргә
сығып,
Тере залда усаҡ дөрләттең,
Ас-яланғас, етем көйөнсә лә
Шат йәшәргә һабаҡ өйрәттең.

Һиндә генә, бары һиндә генә
Һаҡмар һыуҙарылай киң күңел;
Танып белгән күпме
шағирҙар бар,
Берәүһе лә ләкин һин түгел.

Ҙур ҡояшҡа һине тиңләмәйем,
Ябай һүҙҙең ябай маһиры;
Һин асылда бөйөк уҡытыусым,
Һин асылда халыҡ шағиры.

Венер ЙӘНБӘКОВ,
2005 йыл.

Матбуғатҡа Маһиҙә ИГЕБАЕВА әҙерләне.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға