«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (29.06.2018)



02.07.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (29.06.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.06.2018)
* * *
– Ҡыҙым, ул егетеңә кейәүгә сығып ҡуйма инде!
– Әсәй, мин бит оҙаҡҡа түгел.

* * *
– Һиңә ниндәй ҡыҙҙар оҡшай?
– Оҙон буйлылар.
– Үҙең бәләкәй буйлыһың да инде.
– Булһа ни. Миңә түшәм буярға кәрәк.
* * *
Бер ҡатын әхирәтенә элекке ире тураһында:
– Мин уны 20-лә осраттым, 23-тә ташлап киттем, – ти.
– Өс сәғәт ваҡыт аҙ түгел инде ул…

* * *
Уҡытыусы – малайҙың ата- әсәһенә:
– Географиянан улығыҙҙың белеме бик йомшаҡ.
– Йомшаҡ булмайса ни. Беҙҙең эш хаҡы район үҙәген өйрәнеп ҡайтырға ла етмәй бит!
* * *
Егет дуҫына һөйләй.
– Тоғролоҡ тигән нәмә юҡ икән ул донъяла. Шуны кисә генә аңланым. Йөрөгән ҡыҙҙарымдың икеһе лә миңә хыянат итә икән.
* * *
Чукча «Жигули» һатып ала.
– Йә, «Жигули» нисек? – тип һорайҙар унан.
– Их, шәп йөрөй «Жигули»! – ти чукча. – Шуныһы ғына насар: эттәр тиҙ арый...

* * *







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға