«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2018)



19.06.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2018)
Бер төркөм ир-ат күңел асып ултыра. Тик береһенең генә кәйефе юҡ.
– Һиңә нимә булды ул? – тип һорай дуҫтары.
– Ҡайғым ҙур: ҡатында СПИД таптылар… Ниңә бөтәгеҙ ҙә ағарынып киттегеҙ әле?

* * *
– Атай, уҡытыусы бөгөн миңә: «Алма ағасынан алыҫ төшмәй», – тине.
– Әйт әле, сусҡа малай, мәктәптә тағы ниндәй эш боҙҙоң?!

* * *
Доктор ауырыуға:
– Йә нисек, хәтерегеҙ яҡшыр­ҙымы?
Ауырыу:
– Ә һин кем булаһың? Нимә тип миңә бәйләнәһең?

* * *
– 5 йәштән 12 йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләү буйынса берәй нәмә бармы һеҙҙә?
– Бына, бик яҡшы һалдат ҡайышы бар.
* * *
– Доктор, минең башым әйләнә...
– Күрәм...

* * *
– Һин кем менән һаулыҡ һораштың ул?
– Икенсе иремдең беренсе ҡатынының өсөнсө ире менән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға