«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)



12.06.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
Ейәне өләсәһенән:
– Өләсәй, ниңә мине кәбеҫтә араһынан табып алғандар, ә ҡустымды ҡауҙы килтергән?
– Һине лә ҡауҙы килтерә ятҡан булған, яңылыш кәбеҫтә араһына төшөрөп ебәргән.

* * *
Бур фатирға төшә. Тәҙрә төбөндәге тутыйғош уны күреп ҡалып:
– Кеша барыһын да күреп тора! – тип ҡысҡыра.
Ҡараҡ ситлекте япма менән ҡаплай ҙа, эскә уҙмаҡсы була.
Тутыйғош:
– Кеша мин түгел, Кеша – диванда ятҡан бульдог!

* * *
Ауылда ике ҡатын һөйләшә:
– Кисә эй бейей инегеҙ. Байрам иттегеҙме әллә?
– Эй, ейәнем шаярып умартаны ҡолатҡайны.

* * *
Әбей менән бабайҙың урамда үбешкәнен күргәндәр уларҙан һорай икән:
– Һеҙҙең алтын туймы әллә?
– Юҡ. Ипотеканы түләп бөттөк.

* * *
Береһе Сочиҙа, икенсеһе Өфөлә йәшәгән ике әхирәт һөйләшә.
– Уф, яҙ етһә лә ҡайһылай һеҙҙә һыуыҡ ул…
– Эйе. Муйыл сәскә атҡанда беҙҙә гел шулай була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға