«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бала саҡ хәтирәһе



12.06.2018 Бала саҡ хәтирәһе

Бала саҡ хәтирәһе
Көнләп түгел, сәғәт, минут һайын
Йыраҡлаша кеүек баласаҡ.
Эйе, эйе... Хэҙер баласағым
Тик хәтирә булып ҡаласаҡ.
Ҡар ирегәс, йыуа йыйырға тип,
Тау битенә кем һуң йүгерер?!
Яланаяҡ һалған һуҡмаҡтарҙан
Кемдәр үтер, кемдәр һуң йөрөр?!
Күпереп үҫкән бәпкә үләнендә
Уй - хыялға сумып кем ятыр?!
Еләк һутын, ҡарағаттың тәмен
Тәүгеләрҙән булып кем татыр?!
Ҡара сәсен елгә елберҙәтеп,
Елдәр менән кем һуң серләшер?!
Кәйелеп осҡан ҡошсоҡтарға ҡарап
Күҙен алмай кем һуң көнләшер?!
Тау битендә, минең һуҡмағымда
Килер быуын, башҡа балалар...
Ә күңелдә бары баласаҡтың
Яҡты хәтирәһе ҡалалыр.

Автор - Сәлимә Барлыбаева(Иҫәндәүләтова)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға