«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Яҡшы кеше



23.06.2018 Яҡшы кеше

Яҡшы кеше
Көтмәгәндә ҡоҙаһы ҡунаҡҡа килеп төшкәс, Морат күршеһе Сәлимдән бер «аҡбаш» алып сыҡты.
– Минең күршеләр – изгелекле, һәйбәт кешеләр, кеше хәлен яҡшы аңлайҙар, кәрәк ваҡытта ярҙам итәләр, – тине Морат, «ялтырбаш»ты асып. – Бер мәл Сәлимдәрҙең һушһыҙ тауығы беҙҙең урамға аҙашып килеп сыҡҡан, ә бәйле торған Аҡбай, сит-ят йән эйәһен генә көткәндәй, уны боғаҙынан эләктереп тә алған. Ләкин был хәлдән һуң күршеләрҙең тауышланып йә үпкәләп йөрөгәнен күрмәнем һәм ишетмәнем дә.
Ҡунаҡ кеше аҙыраҡ төшөргәс, кәйефләнеп китеп, ҡоҙаһы алдында үҙенең дә үтә изге күңелле әҙәм икәнен күрһәтергә теләне шикелле. Шуға:
– Ә беҙҙең күршенең эте башмаҡ тиклем һарығыбыҙҙы өҙгөләп ташланы, – тип теҙҙе ул, – ләкин мин ваҡланып йөрөмәнем, ҡатын да ҡул ғына һелтәне.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Морат: «Бигерәк иҫәрһең икән!» – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Шулай ҙа эстән генә, әгәр күршеләр­ҙең эте беҙҙең тауыҡтың үҙенә түгел, себешкә тейгәндә лә нимә ҡылырға белер инем, тип уйланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға