«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (1.06.2018)



05.06.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (1.06.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (1.06.2018)
Табип:
– Һеҙ йоҡлағанда һөйләшмәйһегеҙме?
– Юҡ, мин үҙем башҡалар йоҡлағанда һөйләйем.
– ???
– Мин – лектор.

* * *
– Туташ, һеҙ бөгөн кис нимә эшләйһегеҙ?
– Һеҙ бигерәк оялсан кеше икән. Ниңә кис еткәнен көтөргә?

* * *
Табип:
– Инәй, һеҙҙең анализдарығыҙҙы ҡарап сыҡтым. Барыһы ла яҡшы. Нимәгә зарланаһығыҙ һуң?
– Тыным ныҡ ҡыҫыла.
– Нимә эшләгәндә тынығыҙ ҡыҫыла һуң?
– Автобусты ҡыуып етә алмағанда…

* * *
– Ниңә шулай күңелһеҙһең? Тәнеңдең ҡарарлыҡ урыны ла ҡалмаған.
– Кисә дуҫтар менән ҡабанға һунарға барғайныҡ. Ҡабандарҙы тапманыҡ. Шунан һунар уңышһыҙ булғас, ирҙәр менән сусҡаға әйләнгәнсе байрам иттек.
– Шунан?
– Шунан ни, ҡабан килеп сыҡты…

* * *

Юридик факультетта имтихан бара. Студентҡа «Туғанлыҡ ептәренең коррупцияға ҡағылышы» темаһына билет эләгә.
– Имтиханға әҙерләнгәндә, был теманы уҡып өлгөрмәгәйнем шул, – тип аҡлана студент.
– Ярай, бир зачеткаңды, – ти профессор.
– Атай, рәхмәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға