«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ҠУЛ БОЛҒАУСЫ БЕҘГӘ, ЯҘ ҘА УЛ!?



31.05.2018 ҠУЛ БОЛҒАУСЫ БЕҘГӘ, ЯҘ ҘА УЛ!?

ҠУЛ БОЛҒАУСЫ БЕҘГӘ, ЯҘ ҘА УЛ!?
Ҡара болот ҡаплап алған күкте,
Ямғыр яуа шыңшып, туҡтамай.
Үтмәҫ-тимә, Яҙҙың һуңғы көнө,
Күҙ йәштәрен түкмәй, һыҡтамай.

Ялағай ҙа ҡайрай дәү ҡылысын,
Дер һелкетеп йәшнәй йәшене.
Ҡоштарҙың да йыры ишетелмәй,
Бөткәндәрме улар йәшенеп.

Күбәләктәр осмай елпелдәшеп,
Төрөнгәнме сәскә тажына.
Ем сүпләгән күгәрсендәр боҫҡан
Ҡыйыҡтарға, өйҙөң башына.

Бер әҙәм юҡ тышта, урамдарҙа,
Хөкөм һөрә бары ел-дәуыл.
Ярһып-ярһып, күҙ йәштәрен түгеп,
Ҡул болғаусы беҙгә, ЯҘ ҙа ул!?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға