«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (25.05.2018)



29.05.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (25.05.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (25.05.2018)
Төндә ҡатын ирен уята.
– Нимә булды тағы? – ти тегеһе, йоҡо аралаш. – Футбол башландымы әллә?
– Юҡ, йәнем, – ти ҡатыны иркә генә.
Биш минуттан тағы шул уҡ хәл – ҡатын ирен уята.
– Хоккей башландымы әллә?
– Хоккейҙың ни ҡыҫылышы бар бында? – тип аптырай ҡатын.
– Ул ваҡытта ниңә уятаһың һуң?
Шунан ҡатын эске күлдәксән генә балконға сығып баҫа ла:
– Был ерҙә ысын ир-егеттәр бармы ул? – тип ҡысҡыра.
Биш-алты тәҙрәнән ирҙәр башын сығара:
– Нимә булды, эсергә бармы әллә?
* * *
– Һин ҡайҙа эшләйһең?
– Ҡунаҡханаға «стелист» булып урынлаштым.
– О, ниндәй яҡшы эш тапҡанһың! Ауыр түгелме? Күпме түләйҙәр?
– Ауырыраҡ, әлбиттә, бик арыйым. Көнөнә 50-шәр карауатҡа урын йәйәм.

* * *
Ике әхирәт осрашҡан. Береһе яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан икән.
– Нисек һуң, әхирәткәйем, иреңә бешергән беренсе ашың һәйбәт килеп сыҡтымы?
– Улай бик зыянлы түгел. Табип: «Ике аҙнанан иреңде дауахананан сығарырбыҙ», – тине.

* * *
Аяғы һәм ҡулы бәйләнгән бер ханым травматолог янына инә.
– Нимә булды һеҙгә? – тип һорай табип.
–Туҙан һурҙырғысты ҡабыҙғайным, ток һуҡты.
– Ә аяғығыҙға нимә булды?
– Асыуҙан туҙан һурҙырғысҡа типтем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға