«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



28.12.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

ҡыш бабай:
– Йә, улым, нимә теләй­һең, һора? – ти.
– Миңә компьютер кәрәк, – ти малай.
– Һинән шиғыр. “Беҙҙең Таня ҡысҡырып илай, йылғаға ҡоланы...” нимә? – ти ҡыш бабай.
– Туп, – тип ҡысҡыра малай, шатланып.
– Дөрөҫ, улым, бына һиңә туп, ә һин ниндәйҙер компьютер һорайһың.

* * *
Файҙалы кәңәш: Яңы йыл шыршыһын сығарып ташларға ашыҡмағыҙ. Тәҙрәгеҙ төбөндә сит машинаның сигнализацияһы эшләгәнен көтөгөҙ.
* * *
Беренсе ғинуар көнө иртән балалар бүлмәһенән ҡысҡырған тауыш ишетелә:
– Әсәй, һин бит, миңә ҡыш бабай өҫтәл футболы бүләк итәсәк, тип вәғәҙә иттең. Ә шыршы аҫтында бер нәмә лә юҡ!
– Ниңә шул тиклем ҡысҡыраһың! Һинең арҡала гол инде.

* * *
Хәрби комиссариаттан Яңы йыл ҡотлауы: “Һеҙ тағы ла яраҡлы!”

* * *
Ир ҡатынына:
– Мин Яңы йылды элеккесә тыныс ҡына, ғаилә менән үткәргем килә, – ти.
ҡатыны, хатта иренең күҙҙәре йәшләнеүен күреп, уны наҙлы ғына ҡосаҡлай ҙа:
– Мин риза, ҡәҙерлем. Әйҙә, нимәләр һатып алыу хаҡында һөйләшәйек, – ти.
– Яҡшы фекер, – ти ир. – Тимәк, мин колбаса, сыр, биш шешә араҡы алам, ә һин үҙеңдең атай-әсәй­ҙәреңә ҡунаҡҡа китәһең...

* * *
– Һәр йыл һайын Яңы йыл алдынан ҡатыным йоҙроғон минең танау төбөнә килтерә лә: «Яңы йылда эсмәйәсәкһең! Эсмәйә­сәк­һең!» – ти. Ә мин яуап итеп йылмаям да, эсемдән генә, шатланып, ҡатыным менән 15 йылға яҡын бергә йәшәйбеҙ һәм уның әле һаман да күпме ышаныс һәм өмөтө барлығы хаҡында уйлайым.

* * *
Малай, яңылышып, Лапландияға шылтыратыр урынға Сицилияға шылтырата һәм ҡыш бабайға заказ бирә...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға