15.04.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (13.04.2018)
Магазинда.
– Әбей, был аҡсаға һин бер нәмә лә ала алмайһың. Сөнки был ялған аҡса.
– Ә мин алырға ла йыйынмайым. Уны ваҡлап ҡына бирегеҙ.
* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Күҙ алдына килтерәһеңме?! Ирем кисә таңғы биштә ҡайтты. Мин йоҡлаған булып яттым. Ултырғыс алды ла, карауат янына килеп, миңә ҡарап ултыра. Түҙмәнем: «Нимә эшләп ултыраһың ул?» – тип һораным. Беләһеңме, нимә ти? «Ҡәҙерлем, беренсе рәттән урын алдым. Концерт башланғанын көтәм», – ти.
* * *
Улы – әсәһенә:
– Әсәй, мин тағы йөрөп киләйем әле.
– Иҫәрләнеп бараһыңмы әллә? Бер сәғәттән ЗАГС-та һинең регистрация башлана!
* * *
Ҡатын төндә зыярат янынан үтеп бара. Ҡаршыһына бер ир осрай. Ҡатын унан оҙатып ҡуйыуын һорай. Бергә баралар икән былар, ир көләмәстәр һөйләп көлдөрә.
Ҡатын:
– Һеҙ бигерәк күңелле кеше икән!
Ир:
– Их, һеҙ мине тере ваҡытта күргән булһағыҙ…
* * *
Ир менән ҡатын интернет аша яҙыша.
Ир:
– Һеҙҙең буйығыҙ күпме?
– 145 cм.
– Һеҙ бәләкәй генә принцесса икән дә… Ә ауырлығығыҙ?
– Ауырлығым тағы ла аҙыраҡ, 120.