«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (6.04.2018)



09.04.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (6.04.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (6.04.2018)
Военкомат ишеге алдында бер ҡыҙ илай.
Уны йәлләп һорайҙар икән:
– Егетегеҙҙе әрмегә алып киттеләрме ни?
– Эйе. Бишеһен дә…
* * *
Бер ир табипҡа зарлана:
– Доктор, мин йоҡлай алмай ыҙаланам.
– Эсте йомшарта торған дарыу эсеп ҡарағыҙ…
– Ярҙам итәме ни?
– Йоҡлай алмай ятҡансы, нимә менәндер шөғөлләнә аласаҡһығыҙ.
* * *
– Вәли, һин нисәнсе синыфта уҡыйһың?
– Экономсиныфта.
– Нисек була һуң ул?
– Ә беҙҙең барыбыҙҙың да ата-әсәләре – ябай кешеләр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға