06.04.2018 «Сыҡ кейәүгә, әсәй!»
Балалар баҡсаһына барғанда туй салоны янынан үтеп китәбеҙ. Магазин тәҙрәһе төбөндә торған манекендар өҫтөндәге күлдәктәрҙең ҡупшылығы! Был витриналарға ҡыҙыҡмайынса үткән ҡатын-ҡыҙ һирәк, мин дә шулар иҫәбендә. Әсәһенең йыш ҡына ошо гүзәллеккә һоҡланып ҡарауын бәләкәсем һиҙеп ҡалды, ахырыһы.
– Әсәй, ҡара әле, ниндәй матур күлдәк! Әйҙә, һиңә лә шундайҙы һатып алайыҡ!
– Улым, ул бит кәләштәр кейә торған! Бындай күлдәкте кейәүгә сыҡҡанда ғына кейәләр.
– Һин дә сыҡ кейәүгә!
– Мин бит кейәүҙә, улым.
Аптырауҙан баланың күҙҙәре ҙурайып китте.
– Һин ниңә миңә әйтмәйенсә кейәүгә сыҡтың? Ә ҡасан сыҡтың?
– Күптән инде, һин тыумаҫ элек. Атайың – минең кейәүем, улым.
Улымдың турһайған ауыҙы йырылды:
– Ә-ә, атайым булғас һәйбәт әтеү, мин икенсе берәй ағаймы икән тип уйлаһам!