«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Көнбағышлы пакет



29.04.2018 Көнбағышлы пакет

Көнбағышлы пакет
Бер көн бажам менән тағы мунсаға киттек. Ҡатын таҙа кейем, таҫтамал һалынған пакетты миңә һондо ла: “Бына һиңә көнбағышлы пакет, кешенеке менән бутама”, – тине.
Башымды, елкәмде сабып, мунсаның бөтә рәхәтлеген татып бөткәс, ғәҙәтемсә, бажанан алдараҡ кейенергә сыҡтым. Ҡатын ни эшләп­тер салбарҙың мулырағын һалған. Күлдәкте тиҙ генә яурынға һалдым да аласыҡҡа инеп, ундағы урындыҡҡа ауҙым.
Бер аҙҙан “аһ-уһ” килеп бажа сыҡты. Кейгән трикоһының балағы тубығында тора, хәс тә шорты кеүек. Күлдәге бөтөнләй эленмәгән, арҡаһын яҙа-йоҙа ғына ҡаплай. Сабыныуҙан ҡыҙарған ҡорһағы ялтырап күренә, үҙе ялан аяҡ. “Балдыҙ ни эшләп мап-матур здара­уай иренә ҡыҫҡа-мыҫҡа трико кейҙерҙе икән”, – тип уйлап ятам.
“Һин, бажа, башыңды саба-саба бер нәмәгә тарымайынса йөрөмәйһең инде. Ни тип минең күлдәк-ыштанды кейеп сығып киттең?” – тимәһенме шул саҡ бажам.
“Ыстағәфирулла, сапһа ни. Сапҡандан һуң ифрат шәп эшләп китә бит ул баш. Бына, ышанмаһаң, ҡара, ҡатын тоттороп ебәргән көнбағышлы пакет, бөтә нәмәмде шунан алып кейҙем”, – тим ятҡан килеш. Хаҡлы булыуыма тамсы ла шигем юҡ үҙемдең.
“Тор әле, тор”, – ти бажа. Иренһәм дә, уны тыңлап, торған булдым. “Йә, ҡара, бына мин һинең алда...” – тип әйтеп тә бөтмәнем, бажа бәләкәй генә аласыҡты яңғыратып көлә башланы. “Ха-ха-ха, көҙгөгә... ҡара әле, ба-а-ар”, – тип көскә-көскә әйтә алды был. Өйгә инеп, көҙгөгә күҙ һалғас, минең дә ауыҙ йырылды. Бажаның кейемен кейеп алып, ҡарасҡы кеүек баҫып торам, имеш...
Хикмәт бик ябай булып сыҡты. Балдыҙ ҙа бажама минеке кеүек көнбағышлы пакет биреп ебәргән икән. Их, ҡыҙыҡ та инде был донъя!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға