«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (23.03.2018)



26.03.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (23.03.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.03.2018)
Мәктәп директоры урамда йөрөгән пингвинды күреп ҡалған да, Иректе саҡырып:
– Был аҙашҡан ҡошто зоопаркка алып бар, – тигән. Икенсе көндө ни күрһен, пингвин тағы ла мәктәп янында йөрөп ята икән. Директор, асыуланып:
– Ирек, мин бит һиңә пингвинды зоопаркка алып барырға ҡушҡайным!
– Зоопаркта булдыҡ инде… Хәҙер уның киноға барғыһы килә…

* * *
Көньяҡтан килгән студентҡа атаһы хат яҙған: «Улым, әҙерәк виноград һаттым да, һинең өсөн ҡиммәтле сил ил машинаһы алдым». Улы атаһына яуап ебәрә: «Атай, бында студенттар маршрут автобустарында уҡырға йөрөй. Машинала йөрөү килешмәҫ».
Бер аҙнанан атай кешенән тағы хат килгән: «Улым, бер аҙ сәскә һаттым да һиңә автобус алдым. Зинһар, ҡайтып ал, кешенән кәм йөрөмә!».

* * *

– Доктор! Ярҙам итегеҙ! Мин һеҙгә аҡса бирәм, тиҙерәк ярҙам итегеҙ инде!
– Ярай, тик аҡсаны алдан бирегеҙ. Юғиһә шундай осраҡтар була – кешегә ярҙам итәһең, ә ул шунан табутта мине белмәмеш булып тик кенә ята.

* * *

ЮХХДИ хеҙмәткәре иҫерек водителде туҡтата.
– Ниңә иҫерек килеш руль артына ултырҙығыҙ?
– Үҙем ултырманым мин, иптәштәрем ултыртҡан…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға