«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Сабышҡан йондоҙҙар (хикәйә)



31.03.2018 Сабышҡан йондоҙҙар (хикәйә)

Сабышҡан  йондоҙҙар (хикәйә)Район үҙәгенә геүләтеп килеп ингән ҙур иномарка, юлдан аша сыҡҡан траур процессияһына терәлеп, туҡтап ҡалды. Олпат кәүҙәле профессор Ғәлим Байхарин, машинаһынан сығып, йөк машинаһына тейәлгән табут артынан эйәреп барыусы таныш райондаштары менән баш ҡағып иҫәнләшеп торҙо. Кемде ерләгәндәрен белмәй ине. Һорарға ла уңай­һыҙ. Таныш һәм таныш булмаған кешеләр яй ғына атлауҙарын дауам итте. Өйөнә ҡайтып ингәс, Ғәлим Хәлимуллович гәзит ҡарарға тотондо. Уның район үҙәгендәге йорто нисәмә йыл инде Ямаловтар ғаиләһе йыйыла торған урын булып ҡала бирҙе. Баҫманың һуңғы битендә үҙенең юлда тыуған һорауына яуап тапты: унда баҫылған некролог күп йылдар ауыл хужалығында эшләгән Роланов Алексей Георгиевичтың үлемен хәбәр итә ине. Ғәлим терт итеп ҡалды. Ниңәлер район хакимиәтенән некролог юҡ ине. Шунда ғына кемде ерләгәндәрен аңланы ла уйға ҡалды.
Эй, ғүмер... Ғәлим ғаиләләге ун баланың бишенсеһе булып донъяға килгән. Икенсе малай булғанға күрә, ағаһы унынсы кластан һуң Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһына уҡырға ингәс, бишенсе кластан уҡ йортта оло ир ат булып һанала ине. Атаһы колхоз эше өҫтөндә инвалид булып ҡалды. Бер нисә йыл дауаханала ятыуының да файҙаһы булманы – атлап китә алманы. Ғаиләлә береһенән-береһе бәләкәйерәк һигеҙ балаға мәктәпкә йөрөп белем алырға кәрәк. Әсә кеше күрше ауылға почтаға эшкә инде. Гәзит журналдарҙы Әйтмәмбәт һәм Кесебей ауылына тарата. Күпселек осраҡта был эште бәләкәй генә кәүҙәле ун ике йәшлек Ғәлим үтәй, ҙур сумка аҫып, өйҙән өйгә йөрөй. Йәйге оҙон көндәрҙә почта ташыуы ауырға төшмәй, әлбиттә. Әйтмәмбәт ауылынан Аҙауға ун километр атлау өйрәнелгән эш. Сөнки бөтә балалар ҙа дүртенсе кластан башлап күрше ауылға йөрөп уҡый. Ғәлим дә бишенсе класҡа Аҙау урта мәктәбенә барҙы. Шунда уҡ бер ыңғай гәзит журналдарҙы әсәһенә алып ҡайтып тапшыра ине. Әсә кеше, малайын, күп күтәргәнһең, тип шелтәләп, гәзиттәрҙе тағы ике ауылға бүлеп һала. Әле генә йәлләгән балаға сәй эсереп, бүлеп алынған гәзит журналдарҙы йөкмәтеп, тағы ла тауҙар араһында урынлашҡан ун километрҙағы Кесебей тигән урыҫ ауылына оҙата. Ғәлим, ауылды сыҡҡас та, Асы тауы аша үҙе белгән һуҡмаҡтар менән Кесебейгә юл ала. Матур тәбиғәтле тыуған яҡ йәйле көҙлө, бәләкәй балаға ярҙам итергә ниәтләгән кеүек, һуҡмаҡҡа балтырған көпшәһен, яңғыҙаяҡ һәм тупар еләген сығарып ҡуя. Һуңғараҡ юл буйлап уңда һулда ҡул һуҙымында ғына балан, миләш, төрлө бәшмәктәр өлгөрә. Бигерәк тә Айыръялан еләккә бай. Унда имәндәр ҙә үҫә. Берҙән бер көндө Ғәлим, почтальон сумкаһын күтәреп, яңғыҙаяҡ тиреп ҡайтып килгәндә, Айыръялан ситендәге урман эсендә ҡәбер өҫтөнә ҡуя торған бер нисә имән бура күреп ҡаушап ҡалды. Ул яҡын-тирәлә тыуған ауылынан башҡа башҡорт ауылы булмауын яҡшы белә. Был буралар кемдеке һәм кемгә тәғәйенләнгән икән, тип уйлап, тиҙ генә Кесебейгә йүгерҙе. Шунан бирле бер ҡасан да ул был урман эсенә инергә баҙнат итмәне. Ғәйнулла утары аша үткән ҡышҡы юл уның яратҡан юлы булды, ә йәйен һуҡмаҡ менән йөрөнө. Ә шулай ҙа иң тура юл Урайсыҡҡан түбәһе аша ята. Ғәлим, был юл менән бер нисә мәртәбә барып ҡайтҡас, башҡаса йөрөмәҫ булды. Ауылдың клуб мөдире Зәйнетдин ағай шул юлда ен күргән, тигән хәбәр бәләкәй малайҙың күңеленә шом һалды. Етмәһә, түбә шундай бейек һәм текә, ун килограмдан ашыу тартҡан почтальон сумкаһын һөйрәп, уға күтәрелеү үҙе бер этлек. Почтальон Ғәлимдең юлы бик йондоҙло ине. Һалҡын ҡыш еткәс, почта атын егеп, санаға салҡан ятып, ләззәтләнеп, сана табанының яңғырауыҡлы йырын тыңлап, Кесебейгә барғансы һәм ҡайтҡансы, күктәге шыҡырайып торған йондоҙҙары һанай, һәр барғанда, юл буйында үҫкән ниндәй оҙон ағастың осонда ҡайһы яҡты йондоҙ торғанын хәтерләп, уны көтөп алып, ҡайһы саҡ туҡталып ҡарап китә. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо бер ҡайҙа ла күсмәй, бер урында тик тора. Был Ғәлимгә сәйер тойола. Ә Бәләкәй һәм Ҙур Етегән йондоҙҙары барғанда бер төрлө, ҡайтҡанда иһә икенсе яҡҡа боролоп тора. Бәләкәй малай был хәлде ғәжәпләнеп күҙәтер булды. Яҡты йондоҙҙарҙы ул үҙенең дуҫтары кеүек күрә. Көҙгө һалҡын бысраҡ көндәрҙә, Кесебейгә йәйәү генә барып ҡайтҡанда, улар уға юл күрһәтәләр һәм яңғыҙлыҡтан ҡурсалайҙар һымаҡ. Уҡыусы балалар көн дә иртәнге сәғәт етенән Әйтмәмбәттән Аҙау мәктәбенә юллана. Дәрестәр бөткәс, өйгә сәғәт дүрткә генә ҡайтып етә. Ғәлим, төшкө ашын ашағас та, Әйтмәмбәт фермаһы эргәһендәге ат һарайына йүгерә. Унда уны турыбейә көтә. Был атты Аҙау почта бүлексәһе «Инйәр» совхозынан килешеү менән арендаға алған. Йәш почтальон атты икмәк менән һыйлап ала. Донъяла күпте күргән был оло бейә, башын эйеп, бәләкәй малайҙан ҡамыт кейҙертә. Юл ыңғайына бесән базаһына туҡтай, хужаһының сана төбөнә бесән һалыуын көтә. Өй эргәһенә килеп еткәндә, инде ҡараңғы төшә. Ауылда һаман да электр уты үтмәгән. Ғәлим, почтальон сумкаһын күтәреп, санаға толоп өҫтөнә йығыла. Турыбейә, үҙе белеп, юлға борола һәм Кесебейгә табан һалмаҡ ҡына юрта башлай. Ул да, Ғәлим кеүек, ике генә йән эйәһенән ҡурҡа. Береһе – унлаған йәш көсөгөн эйәрткән ҡарт инә бүре. Икенсеһе – ике ауылды берләштергән Кесебей бригадаһының бригадиры, Кесебей ауылында йәшәүсе Алексей Роланов. Ҡайһыһының яманыраҡ икәнен был икәү айыра алмай, сөнки иҫерек бригадир, һирәк тештәрен ыржайтып, һаҫыҡ ауыҙынан күбек сығарып, юлда осраһа, малайҙың ҡотон ала. Уны сананан бәреп төшөрә лә, турыбейәне ҡамсы менән ярып, ауыл осона тиклем ҡыуып алып бара, шунан сананан һикереп ҡала. Ләкин турыбейә Кесебей ауылынан ике саҡрым торған урманға инә лә юл ситенә алдан һалып киткән бесән өҫтөнә туҡтай һәм Ғәлимде көтә. Малдың бындай миһырбанлығы бригадирҙың башына инеп тә сыҡмай. Инә бүре турыбейәнең шунда торғанын белә, тик уға теймәй. Балалары менән санаға тиклем етә яҙып, атты ҡарап тора, ул аттың бәләкәй хужаһы һәр ваҡытта йүгереп килеп етәсәген белә. Йәш почтальондан һәр саҡ дары еҫе килә. Бәләкәй малай, иҫ белгәндән алып, сумкаһында дары менән ҡоролған һыҙма «пугач» йөрөтә. Бөтә малайҙар ҙа тиерлек, алты ете йәштән, велосипед насосының ҡорос үҙәген алып, пистолет яһай торғайны. Дары менән төйөп, йәҙрә ҡуйып, сәпкә ата белеү был малай­ҙар өсөн бер ни түгел. Әйтмәмбәттә лә, тирә-яҡ ауылдарҙағы кеүек үк, нисә генә мейес емерелмәй ҡалды икән? Әсәләре, шуҡ малайҙарының «пугач»ын алып, мейескә утҡа ташлай (йәнәһе, янып көл күмер генә ҡала). Ә яһалған «пугач» йә мейестең ишеген ҡоя ата, йә аш ҡайнап ултырған суйынды селпәрәмә килтерә… Бөгөн, ошо «пугач» арҡаһында, олатай булып бөткән кисәге күпме шуҡ малай бармаҡһыҙ йөрөй…

II
Ғәлим ҡатынының үҙенә өндәшкәнен ишетеп, тертләп китте.
– Һин ни эшләп әллә ҡайҙарҙа осоп йөрөгән кеше кеүек ултыраһың? Әллә гармуның ватыл­ғанмы? Ул иренең, ауылға ҡайтҡан һайын, баҡсаға инеп сығыуына, һәр алмағас янында туҡталып тын ҡалыуына, шунан һуң өйҙә сәғәт буйы гармунда уйнап ултырыуына өйрәнгәйне инде. Ә бөгөн, эштән һуңыраҡ ҡайтһа ла, иренең оҙаҡ итеп район гәзитенең бер битенә текәлеп ултырыуына аптырап ҡалды.
– Кәләш, иҫләйһеңме үҙеңдең йондоҙоңдо таба алмай аптыраған сағыңды? Шул ваҡыт мин һиңә үҙемдең Тимерҡаҙыҡ йондоҙонан бер ҡарыш ары булған йондоҙҙо күрһәттем. Ә һин уны әллә ысынлап та күрмәнең, әллә күрергә теләмәнең?
– Мин ул ваҡытта, һине мөхәббәттән иҫәрләнгән кешегә оҡшатып, хәбәреңде етди ҡабул итмәнем. Рифа үҙ эштәре менән сығып киткәс, Ғәлим Хәлимулла улы үҙенең хәтер тоҡсайын һүтеүен дауам итте.

III
Аҙау ауылынан уҡыуҙан ҡайтҡан Ғәлим, Кесебейгә йәйәүләп килеп еткәнсе, арып, асығып бөтә. Яҙлы көҙлө көндәр яҡты, ҡараңғы төшкөләгәнсе, әйләнеп ҡайтып була.
Күсмә ауыл һаналған туҡһан өйлө Кесебейҙә бер башланғыс мәктәп һәм клуб эшләй, магазин бар. Урыҫ ауылы берҙәм тормош көтә. Туй булһа, бөтә ауыл байрам итә, бәлә килһә – бөтәһе лә бергә йыйыла, ҡайғы уртаҡлаша. Бәләкәй Ғәлимде урыҫ кешеләренең ихласлығы һәм яҡшылығы таң ҡалдыра. Йәй көнө гәзиттән бушаған почтальон сумкаһы, ауылдың бирге осона сыҡҡансы, ҡыяр һәм помидор менән тула. Көҙгә табан алма, сейә һәм башҡа еләк-емеш өҫтәлә. Ғәлимгә иң оҡшағаны ғаилә ызнакумдары Володя бабай менән Фрося әбейҙең, сәй эсерергә индереп, өй колбасаһы ҡыҙҙырып һыйлауҙары ине. Был ябай урыҫ кешеләренең бәләкәй башҡорт малайын ихлас яратып тороуҙары малайҙың хәтерендә ғүмерлеккә ҡалды. Ауыл халҡы бригадир Роланов Алексейҙы бигерәк яратмай ине. Урта йәштәрҙән уҙған Роланов инде күп йылдар бригаданы етәкләй. Ул – үс йөрөтөүсән, яуыз холоҡло һәм кешелек­һеҙ етәксе. Бөтә белгәне – иртән кешеләрҙе эшкә ҡыуғас, магазинда һатыусы булып эшләгән ҡатынынан бер ярты һәм ҡабымлыҡ алып, яланға барыу һылтауы менән тыныс урын һайлап, араҡы һемереү. Үҙен яратмағанға, бригадир халыҡтан һәр ваҡыт үс ала торғайны. Шуға, ҡыш килһә, ярты ауыл утынһыҙ ҡала, сөнки бригада етәксеһе утын ташырға трактор ҙа, ат та бирмәй. Йәй булһа, яратмаған кешеләренә сабынлыҡ бирмәй йонсота йә бесәнлектәренә совхоз малын ебәрә. Бригадирҙың үҙ ауылы халҡына ҡаты булыуын Әйтмәмбәт ауылы малайҙары ла белә. Шуға күрә лә бригадир Роланов Алексей ауылда күренһә, унан ҡаса торғайнылар, йә атын ысҡындырып, бәйләгән йүгәнен сисеп, ауылдан сығарып ебәрәләр ине. Бригадирҙың совхоз директорының ошаҡсыһы икәнен белеп, күп кеше уның менән аралашмай. Ғәлим дә Володя бабайға бригадирҙың баш баштаҡлығын һөйләмәй ине. Ә директор ауыл­ға йылына бер килә, ул да булһа, йыйылыш ваҡытында ғына. Милиция хеҙмәткәрен иһә был ауылда Ғәлимдең бөтөнләй күргәне лә булманы. Володя бабай менән Фрося әбейҙең, район үҙәгенә барғанда, Ғәлимдәргә инеп, сәй эсеп, ҡунып китеүҙәре үҙе бер байрам ине. Әгәр улар баҙарҙан ҡайтып килгән булһалар, Әйтмәмбәттә икешәр көн ҡуналар. Был бәләкәй Ғәлим өсөн оло ваҡиға, сөнки уға бүләктәрҙең иң еллеһе эләгә. Етенсене бөтөрөп, һигеҙенсе класта уҡыған Ғәлим, ике йыл эсендә урыҫса арыу уҡ һупаларға өйрәнеп, Кесебей ауылы малай­ҙары менән танышып, хатта дуҫлашып та алды. Шулай ҙа Роланов, үҙенең йыртҡыслығын ташламай, бер ғинуар кисендә Ғәлимде, ат санаһынан һөйрәтеп төшөрөп, көрткә ҡолата һуҡты, атты ярғыслап, ауылдан ҡыуҙы. Иҫерек бригадир төрлөсә янап, үҫмерҙе ауылдан сыҡҡансы баҫтырҙы, екеренде, ҡурҡытты. Һуңғы көндәрҙә Роланов бигерәк шашҡайны, сөнки кемдер уның ферманан бушҡа трактор менән тарттырып алып ҡайтҡан тауҙай бесән эҫкертенә ут төрткәйне. Әйтмәмбәт ауылында бригадир улай яуызланып йөрөй алмай. Бындағы бәһлеүәндәй Сәйфулла ағайҙар, уҫал тракторсылар ҡайһы саҡ хатта совхоз директорын да туҙҙыра ине. Бригадирҙың быны күргәне бар. Шулай ҙа ул, алдан иҫкәртеп, ирһеҙ ҡатындарға килгеләй. Тауыҡ бото ашап, араҡы эсеп ҡайта торған сағы йыш була. Был ваҡыт иһә Ғәлим, малай­ҙар менән бергәләп, ат ҡамытының бауын ҡырҡып, тәртә ебен саҡ өҙмәй ҡалдырып, иҫерек бригадирҙы эт итә ине… Бригадир менән һуңғы бәрелеш Ғәлимде ныҡ тетрәндерҙе. Ул, ярһыуынан көсөн юғалтып, уны көтөп торған тура бейә янына килеп, санаға ауҙы. Тирә-яҡ ҡараңғы, тынлыҡ. Һыуыҡтан шартлап ярылған ағас тауыштары ғына шом өҫтөнә шом өҫтәй. Йәш имән, йүкәләр артында йәшел уттар йымылдаша: ҡартлыҡтан күгәреп бөткән теге инә бүре, ҙурайған ике-өс балаһы менән алыҫтан ғына саналағы кешене күҙәтә. Яҡын килергә батырсылыҡ итмәй, сөнки бесән араһында сепрәккә төрөлгән теге «пугач» ята. Ғәлимулла, ярһыуын баҫа алмай, «пугач»ын тартып алды ла донъя геүләтеп шартлатып ебәрҙе. Шул саҡ бүреләр көтөүе, сәтләүек ҡыуаҡтарын һындырып, шыңшый-шыңшый урманға ташланды. Уларҙың юлын ҡыуаҡтар­ҙан дауылланып ҡубарылып төшкән бәҫ ҡапланы. Санаға йөҙтүбән ҡолап, Ғәлим үкһеп- үкһеп илай. Уға иҫерек бригадир яуызлыҡтың сиге булып тойола. Нисек инде ауыл халҡына гәзит-журнал таратҡан кескенә малай был донъя тотҡаһының дошманы булырға мөмкин һуң? Ниңә был бригадирға закон юҡ? Ни эшләп уны бер кем дә туҡтатмай? Йәш үҫмер был яуызлыҡтың сәбәбе тәрәндәрәк икәнен, атаһы Хәлимулланың ошо бригаданың профоргы булған саҡта, эсеп йөрөгәне өсөн ауыл йыйылышында бригадирҙы тәнҡитләп, шунда булған совхоз директорынан уны эштән алыуын талап итеүен, ә үсле бригадирҙың хәҙер бәләкәй баланы шуның өсөн эҙәрлекләп, уны йәберләп, ләззәт табыуын белмәй ине әле. Йәш почтальон, сумканың ҡайышы муйынын быуып, арҡаһы өшөй башлағанын тойоп, бер аҙ тынысланды. Салҡан әйләнде һәм күктә күпләп йымылдашҡан йондоҙҙарға баҡты. Малайға был донъяла нисә кеше бар, шулар­ҙың һәр ҡайһыһы үҙенең йондоҙон күккә сөйгән кеүек тойолдо. Шул йондоҙҙар­ҙың иң яҡтыһы бригадирҙыҡы булалыр, тип уйланы. Йәнәһе, Роланов – донъя тотҡаһы. Шунан ул, бригадир совхоз директорынан ҡурҡҡас, иң яҡтыһы директорҙыҡы булалыр инде, тип үҙен тынысландырҙы. Уға совхоз директорынан да ҙур кеше юҡ кеүек күренә ине. Яуыз бригадир­ҙың йондоҙо таң алдында юғала торған йондоҙҙор тип, малай бригадир өсөн бер төҫһөҙ генә йондоҙҙо һайлап ҡуйҙы. Ә үҙе йондоҙ итеп Тимерҡаҙыҡ эргәһенән бер ҡарыш ары торған, элек үк һайлаған яҡты ғына бер бәләкәс йондоҙға тағы бер яратып ҡараны. Турыбейә, хужаһының кәйефе күтәрелеп киткәнен һиҙҙеме, еңелсә юртып, ҡайтыу яғына юлланды. Йылдамланған ат һирткеләп сананы тарт­ҡан һайын, ағас баштарынан күренгән йондоҙҙар ярышып кемуҙарҙан сабыша төҫлө тойола. Сана һеңгелдәгәндә йә бер йондоҙ шәберәк саба, йә – икенсеһе. Күҙендә йәше кибеп бөтмәгән бәләкәй почтальон үҙенең йондоҙон гел алда барған итеп хис итә. Уның йондоҙо ҡайһы саҡ йымылдап, шәберәк тә янып китә кеүек тойола. Уға Тимерҡаҙыҡ йондоҙо ла яҡынлаша барған кеүек күренә.

Инйәр.
(Дауамы бар).


IV
Пенза өлкәһенең һыуыҡ ҡышы йәш һалдат Ғәлимгә тыуған яғын хәтерләтә. Ул поста һаҡта торғанда, ҡышҡы күккә ҡарап, бала сағын йыш ҡына иҫенә төшөрә, үҙенең таныш йондоҙҙарын эҙләй башлай. Уның йондоҙо Тимер ҡаҙыҡтан бер ҡарыш ҡына арыраҡ. Ҙур юлдашына ныҡ бәйле булғас, уны юғалтыу мөмкин түгел. Ғәлим, бала сағындағы кеүек, үҙ йондоҙона яратып ҡараш ташланы. Ул тағы ла яҡтыраҡ яна кеүек күренде. Шул саҡ йәш һалдат ҡасандыр яуыз бригадирға ла йондоҙ тәғәйенләүен хәтерләне, тик ниңәлер әле ул йондоҙҙо таба алманы… Кемдер Кесебей ауылы фермаһын яндырып, ауыл халҡы эшһеҙ ҡала. Бер йыл эсендә Силәбе өлкәһенә, Өфөгә, район үҙәгенә күсенә. Кешегә гел яуызлыҡ эшләгән бригадирҙы эшһеҙ ҡалдырабыҙ тип, халыҡ ысынында үҙен эшһеҙ ҡалдыра һәм таралырға мәжбүр була. Роланов иһә район үҙәгенә йәшәргә күсеп китә. Үҙе армияға алынған йылда булған был ваҡиғалар тураһында буласаҡ Совет армияһы старшинаһы, Рәсәй армияһының ҙур офицеры, зенит ракета полкы командиры урынбаҫары дәрәжәһенә етәсәк Ғәлим Хәлимулла улы белмәй ине.
V
Свердловск ҡалаһында ике йыллыҡ курсты бөтөр бөтмәҫ, Ғәлим Хәлимулла улын район партия комитетына икенсе секретарь итеп ҡайтарҙылар. Сит өлкәлә уҡып йөрөгән йәш белгес был тәҡдимдән баш тарта алманы, сөнки партия ҡайҙа ҡуша, шунда эшләү ғәҙәти хәл. Район парткомының икенсе секретарының эш көнө тығыҙ һәм ҡатмарлы. Шулай ҙа Ғәлим Хәлимуллович килгән һәр кешене ҡабул итеп ярҙам ҡулы һуҙа. Сатлама һыуыҡ декабрь кисе. Райкомдың икенсе секретарының ҙур тәҙрәһенән кабинет хужаһы күккә баҡҡан. Ниндәйҙер борсолоу уға тынғы бирмәй. Ул күктәге үҙ йондоҙоноң яҡты итеп йымылдағанын күреп, йылмайып ҡуя. Шул саҡ ҡабул итеү бүлмәһе секретары Светлана ишекте асып:
— Һеҙҙең янға бер кеше инергә теләй. Ул бер нисә мәртәбә килеп, инмәй ҡайтып киткәйне инде. Ҡабул итәһегеҙме? — тип һораны. Ғәлим Хәлимуллович, ишеген асып, килгән кешене индерҙе. Тегенеһе ҡарлыҡҡан тауыш менән һаулыҡ һорашты. Таныш тойолған йөҙөн һаҡал баҫҡан, өҫтөндә бысраҡ кейем, кәйефе юҡ.
— Һеҙ кем булаһығыҙ? — тип һораны килеүсенән икенсе секретарь. — Мин Роланов Алексей Георгиевич булам, — тип яуапланы килеүсе. Шул саҡ Ғәлим Хәлимулловичтың башына күҫәк менән килтереп һуҡҡан кеүек булды. Ул онотолоп барған яуыз бригадирҙы саҡ төҫмөрләне. Был кешенән һаман араҡы еҫе килә, ул еҫтең уға бөтөнләй һеңгәне күренеп тора. Килеүсе бынан бер нисә йыл булған хәлде онотоуҙы үтенде, тотлоҡто, ҡаушаны. Ғәлимулла Хәлимуллович элекке бригадирҙы тынысландырып:
— Нимәне оноторға һуң? — тип һораны. Роланов урындағы колхозда эшләгән осорҙа, шунда яңы ғына һайланған партком секретары Ғәлим эшкә килде. Бригадирҙы, күп ялыу арҡаһында, ул саҡта партиянан сығарҙ ылар, эштән бушаттылар. Әле килеп ул ошоларҙы иҫенә төшөрҙө һәм партияға кире ҡайтарыуҙарын ялынып һораны. Уның меҫкен генә ҡиәфәте был хәлде онотоп та өлгөргән Ғәлим Хәлимулла улының иҫен китәрҙе. Тәкәббер, йыртҡыстарға хас холоҡло кешелә ҡатылыҡтың эҙе лә ҡалмаған. Партиянан сығарған саҡта, партбилетын өҫтәлгә ырғытып, партком кабинетының ишеген шартлатып ябып сығып киткән кеше тип уйламаҫһың да. Ғәлим Хәлимуллович һорай ҡалды:
— Һеҙгә партия ниңә кәрәк булды һуң әле? Бөтәһе лә партияны тәнҡитләгән осорҙа, ниңә яңынан сафҡа инергә теләйһегеҙ? Роланов алдан әҙерләгән яуабын теҙҙе: — Мин гел етәксе булдым. Мине гел совхоз директорҙары һәм колхоз председателдәре халыҡҡа ҡаты булғаным өсөн маҡтай ине, премиялар ҙа биргеләп торҙолар. Тик ниңәлер хөкүмәт наградалары бирмәнеләр, йыйылыштарҙа эшселәр гел ҡаршы булды бит. Шуға етәкселәр үҙҙәренең тәҡдимдәрен райкомға еткерергә ҡурҡты. Дәүләт наградаһы булмағас, миңә, пенсия алғанда, «хеҙмәт ветераны» исеме бирелмәй. Һеҙ ҙә мине партком секретары булған саҡта партиянан ҡыуҙығыҙ. Бергә эшләгән, элек ҡуштанлашып йөрөгәндәр хәҙер һаулыҡ та ҡушмай. Элекке етәкселәр ҙә мине иҫкә алмай. Һеҙ бит партияның икенсе секретары, минең ғаризаны райком бюроһына ҡуйһағыҙ, партия сафына кире ҡабул итәсәктәр. Ветеран исемен аласаҡмын, мине күрә алмағандар алдында ғүмерем аҙағына тиклем кемдең кем икәнен шул иҫбатлап торорға тейеш...
Ғәлим Хәлимуллович уға оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы. Уның күҙ алдынан бәләкәй почтальондың ҡышҡы һалҡын төндә урманда буҫығып илауҙары, хәҙер юҡҡа сыҡҡан ауыл пенсионерҙарының утын бесәнһеҙ һыҡраныуҙары килеп баҫты. Ирһеҙ ҡатындарҙы, бесән бирәм, тип әүрәтеп, аҙаҡ оялмайынса алдаштырған әҙәм һаман кемдәрҙәндер өҫтөн булырға ынтыла. Үҙәк колхозда аҙаҡҡы йылдарҙа колхозсыларҙың ни өсөн уға күпләп ялыу яҙғандарын онотоп, кире үргә үрмәләргә тырыша. Ябай коммунистарға бригадир вазифаһын башҡарыусы Роланов Алексейҙың, оло йәштә булыуына ҡарамай, колхоз милкенә ҡулын һуҙыуы, пенсияла булған колхоз ветерандарына ярҙам итмәүе, яңғыҙ ҡатындар менән сусҡа фермаһына тәғәйенләнгән игенде ташып типтереүе, иң насары, йәшел йылан менән көн дә булашыуы оҡшап етмәне. Шуға улар ошондай ҡарар сығарҙы. Улар, бөтә нәмәгә битараф булған һәм йомшаҡ ҡуллы элекке колхоз парткомы секретары эштән бушатылғас та, ҡулдарына бер нисә битле ялыу тотоп, әле генә эш башлаған яңы партком секретарына килгәйнеләр. Шунда уҡ Ролановтың эшен тикшереүҙе талап иттеләр. Ғәлим Хәлимуллович, колхоз рәйесенә инеп, Роланов менән ни эшләргә кәрәклеген һораны. Колхозда бер нисә тапҡыр эшләп киткән колхоз рәйесе, хәйләкәр йылмайып:
— Һеҙ йәшһегеҙ әле. Халыҡты кем тотоп тора һәм эшкә ҡуша ала? Әлеге шул Роланов кеүектәр. Улар оят белмәй, кешене һанға һуҡмай, ҡурҡыта белә. Был донъяла кем эсмәй ҙә, кем сит бисәләргә йүгермәй, тормош бит ул! — тип үҙенең бригадирын яҡлап сыҡты. — Беҙ партком ултырышы үткәрәбеҙ, мотлаҡ инегеҙ! — тине лә йәш партком секретары, үҙ кабинетына инеп, ялыуҙарҙы уҡый башланы. Унда нимә генә юҡ ине. Оло кешеләрҙе бушҡа һүгеү, эшселәргә ҡул күтәреү, көнө төнө иҫереклек, йүнһеҙлек... Егермеләп ҡултамғалы хатты уҡығас, партком секретары, оло йәштәге ферма мөдирен һәм ветерандарҙы саҡырып, Роланов тураһында белеште. Уларҙың бригадирҙы аҡларға йыйынмауын күргәс, йәш партком секретары хаттағы факттарҙың дөрөҫлөгөнә инанды. Аҙна үтеүгә колхоздың ун биш ағзанан торған партия комитеты ултырышы үткәрелде. Беренсе көн тәртибендә коммунистар араһындағы тәртипте һәм Ролановтың эшен ҡаранылар. Ғәлим Хәлимуллович, йәш булһа ла, ун йыл буйы бригадир, агроном, бүлексә етәксеһе һәм райком инструкторы булып, тәжрибә туплап өлгөргәйне. Колхоз рәйесенең, партком ағзалары менән һөйләшеп, уларҙы Ролановты яҡларға саҡырғанын да ишеткәйне. Шуға күрә лә рәйестә булып өлгөргән һәр бер коммунисты үҙенә индереп, ялыуҙы алдан уҡып ишеттерҙе, яңы секретарҙы яҡлауын асыҡтан асыҡ һораны. Партком ағзалары йәш секретарҙың ниәттәре яҡшы икәнен күрҙе, ултырышта бер тауыштан Ғәлим Хәлимуллович ҡуйған тәҡдимде хупланы, Ролановты партиянан сығарырға, тип ҡул күтәрҙеләр. Колхоз рәйесе генә, тауыш бирмәйенсә, битараф булып, турһайып, бер ни өндәшмәйенсә ултыра бирҙе. Партком секретары колхоз унан бер аҙна эсендә бригадирҙы эшенән бушатыуҙы талап итте. Ултырыш ваҡытында Роланов ҡыҙарынып бүртенеп, партком ағзаларына үгеҙҙәй булып һөҙөп ҡарап ултырҙы. Ул һаман да партия комитеты ҡарарын етдигә алманы. Эштән бушатыуҙарын белгәс кенә, кирәйеп баҫты:
— Был бригаданы минән башҡа бер кем дә етәкләй алмай, ул ялҡауҙарҙы тик мин генә эшләтә алам. Араҡыны үҙ аҡсама эсәм, һеҙҙән һорамайым. Кәрәк булһа, мәгеҙ, партбилет! — тип өҫтәлгә ҡыҙыл китапсаны ырғытып, ишекте шар асты ла көс менән шартлатып ябып сығып китте. Бригадирҙың был ҡылығын колхоз рәйесе лә хуп күрмәне. Ул иртә менән идара ултырышы йыйып, бригадир Ролановты эшенән бушатып, колхоздан сығарырға тигән ҡарар сығарҙы. Аҙаҡҡы колхоз йыйылышында Роланов колхоз ағзаһынан сығарылды. Шунан бирле был кеше тураһында Ғәлим Хәлимуллович оҙаҡ ҡына йылдар бер ни ҙә ишетмәне. Әле ул Ролановтың йөҙөнә ҡарап:
— Һеҙ нисә йыл етәксе булып эшләнегеҙ, күп йылдар партияла тороп, үҙегеҙҙең насар эштәр менән партияға нисек зыян килтергәнегеҙҙе һаман да аңламағанһығыҙ. Әле лә йәлләтергә уйлап, тағы партиянан файҙа алам, тип ниәтләнеп йөрөйһөгөҙ! Нисәмә йылдар буйы күпме кешене алданығыҙ, бушҡа рәнйеттегеҙ. Бер ваҡытта ла һеҙҙе кеше ихтирам итмәне, һеҙҙең турала беренсе секретарға еткерермен, ләкин ул һеҙҙе яҡшы белә, партияға кире алыуҙы хуп күрмәҫ, тип уйлайым, — тине. Роланов тағы ла ялынып: — Мин һеҙҙең атайығыҙҙы яҡшы белә инем, уның менән күп йылдар бергә эшләнек. Әсәйегеҙ почта ташыны, уға мин гел ат биреп ярҙам иттем. Зинһар, ярҙам итегеҙ! — тип өндәште. Элекке яуыз, айныҡмаҫ бригадирҙың был һүҙҙәре Ғәлим Хәлимулловичтың башына һуҡҡан кеүек булды. — Һеҙ иҫләйһегеҙме, 70 се йылдың һыуыҡ ғинуар айында Кесебей ауылында бер бәләкәй генә почтальон сумкаһы аҫҡан малайҙы сананан һуғып төшөрөп, атын ярып ҡайтарғайнығыҙ?! Иҫләйһегеҙме, ауыл халҡы, һеҙҙе эштән бушатыр өсөн, төндә совхоз фермаһына ут төрттө. Район үҙәгенә күсеп, үҙәк колхозға бригадир булып урынлашҡас, колхоз коммунистары һеҙҙе бер тауыштан партиянан алды. Ә колхозсылар колхоз ағзаһы исемлегенән дәррәү төшөрөп ҡалдырҙы. Был бит һеҙҙең тормошоғоҙға, булмышығыҙға халыҡтан баһа ине. Нимә сәстгеҙ, шуны урҙығыҙ! Бер нәмә лә мәңгелек түгел, шулай уҡ кеше өҫтөнән бирелгән власть та! Хатта миллион йылдар балҡып янған йондоҙҙар ҙа бер заман һүнеп, көлгә ҡала. Быҫҡылдап, һаҫып ятҡан серек уҫаҡтан яғылған усаҡ ваҡыт өсөн нәмә ул! Был уҫаҡтың ғүмере — бер сәғәт! Ләкин ул бер сәғәт эсендә насар еҫ менән тирә яҡты тултырып өлгөрә, кеше уны һыу һибеп һүндерергә мәжбүр. Ҡышҡы һалҡын кистә иҫерек баш менән кемде рәнйеткәнен инде Роланов яҡшы аңланы. Бүреген ҡулына алып, ул ишеккә табан атланы, һаубуллашып та тормайынса урамға йүнәлде. Ғәлим, Ролановтың ғаризаһын тотоп, беренсе секретарға инде. Беренсе секретарь, үҙенең йәш ярҙамсыһын ентекләп тыңлағас, ғаризаға "Не раскаялся, хочет снова проскочить в партию только для творения безобарзий. Отказать в рассмотрении на заседании бюро райкома" тип виза ҡуйҙы, киң итеп имза һалды.
VI
Ғәлим Хәлимулла улы тороп каминға ут яҡты. Оҙаҡ итеп утҡа текәлеп, креслоға ултырған көйө тағы уйға сумды. Уның күҙ алдынан һаман эш санаһына егелгән тура бейә китмәй. Был ат күп балалы ғаилә өсөн ярҙамсы ла ине. Ауыр йылдарҙы бергә йырып сығырға ярҙам иткән ат, үҙен яратыуҙарын белеп, эште яйлап һәм теүәл үтәй торғайны. Бигерәк тә, быҙаулай алмай үлгән берҙән бер һыйырҙы ихатанан һөйрәтеп сығарыуы бөтә балаларҙың хәтерендә ҡалғандыр. Дилбегәһен тотҡан Ғәлим, исмаһам, бейәгә бер ҡысҡырһа йәки һуҡһа. Күтәрерлек булмаған ауыр һыйыр түшкәһен бар көсө менән һөйрәп, тура бейә мал зыяратына бер туҡтамай барҙы. Күҙ терәп торған һыйыр ғаиләне һөтһөҙ һәм итһеҙ иткәс, тура бейә лә, аңлаған кеүек, үҙенә ҡушылған күңелһеҙ эште бер ҡаршылыҡһыҙ үтәргә тырышты. Ҙур ғаиләгә ярҙам итеп, үлгән һыйыр урынына совхоз директоры исеменән бирелгән тананы бригадир Ролановтың айҙар буйына бирмәй интектереүе Ғәлим Хәлимулла улы өсөн әле лә аңлай алмай торған хәл булып ҡала бирә. Ауыл халҡы өсөн иң ҙур вазифа биләгән бригадирҙың аңһыҙ оло ат ҡәҙәре лә миһырбанлылығы булмауы сәйер. Ни эшләп, ауылда тыуып, ауылдаштары араһында йөрөп, түрә дәрәжәһенә еткән әҙәм кешелеген тиҙ юғалта һәм хайуан ҡәҙәре лә була алмай, тигән һорау Ғәлим Хәлимулловичты һаман борсой. Илленән уҙған профессор, ауыр көрһөнөп, кейемен тотоп, урамға юлланды. Тышта тағы ла ҡыш еткәнде белдереп еңелсә һыуыҡ семеткеләй. Күктә йондоҙҙар йымылдаша, ай урағы, еҙ төҫкә инеп, ағастарҙан ергә күләгә төшөрә. Күп йылдар хужаһына тоғро хеҙмәт иткән һаҡ эте Тарзан, сылбырын сылтыратып, йорт хужаһы эргәһенә килде. Ир күктән тоноҡ ҡына бер йондоҙ түбән атылып һүнгәнен күреп, тертләп китте. Эскәмйәгә ултырып, күҙлеген кейҙе лә, йондоҙло күккә ҡарап, тын ҡалды. Бөтә донъяға терәк булып торған Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо асыҡ булып күренә. Ғәлим Хәлимулловичтың үҙ йон доҙо, Тимер ҡаҙыҡтан бер ҡарыш ары тороп, үҙенсә тирә яҡҡа нур сәсә. Көсө еткәнсе, күрше йондоҙҙарға ла үҙ нурын биреп, донъя кендегеләй Тимер ҡаҙыҡ йондоҙон һаҡлап, йымылдап яна бирә. Ә яуыз бригадир өсөн тәғәйенләгән йондоҙ күктә күптән инде күренмәй. Хужаһының тубығына башын һалған тоғро эт тә, өҫкә бағып, бер күккә, бер хужаһының моңһоу күҙенә ҡарай. Әйтерһең дә, йорт йоҙағы Тарзан да уның фекерҙәрен уҡый:
— Ерҙә бөтәһе лә күктәге кеүек, ваҡытлыса. Ҡылған изгелектең ҙуры йәки бәләкәйе булмай. Килтергән яуызлыҡ та бизмәндә үлсәнмәй. Тик, ҡыҙғаныс, ул кешеләр хәтерендә генә ни өсөндөр изгелектән оҙағыраҡ һаҡлана... Күк йөҙөндәге йондоҙҙар мәңгелек йыһан киңлегендә сабыша, был ярышта ҡайһыһылыр, тиҙ үк янып, шунда уҡ юҡ була. Уларҙың барлығын юҡлығын башҡалар тоймай ҙа шикелле. Тик улар бәғзеләрҙең урынын алып, бер файҙаһыҙға ваҡыт үткәрә һәм эҙһеҙ юғалала...
ИНЙӘР .










Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға