«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (16.03.2018)



20.03.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (16.03.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.03.2018)
Ир «Ашығыс ярҙам»ға шылтырата.
– Балыҡ ҡыҙҙырғайныҡ. Ҡатынымдың тамағына һөйәге торҙо шикелле. Мине әрләп булаша ине. Әле һүҙ ҙә әйтә алмай, ғырылдап тик ултыра…
– Хәҙер барып етәбеҙ!
– Ул тиклем ҡабаланма­һағыҙ ҙа була, иртәгә килһәгеҙ ҙә ярар, бисәнең асыуы ла баҫыла төшөр…

* * *
Ете йәшлек Илшат:
– Аптырайым, был күлдәкте яңы уҡыу йылында ғына алғайнығыҙ, әле уҡыу ҙа бөтмәне, яғаһы инде тарайған…
– Мин дә аптырайым, – ти әсәһе, – башыңды ең эсенә нисек тыға алдың икән һуң?!

* * *
Таңға тиклем аҡсаға кәрт уйнаған иренә асыуланып – ҡатыны:
– Беҙҙең өйҙә был уйынығыҙҙы туҡтатаһығыҙмы, юҡмы?
– Тыныслан, ҡәҙерлем, өй беҙҙеке түгел инде.

* * *
Ир таңға ғына өйөнә ҡайтып ингән. Ҡатыны, сәғәтенә төртөп күрһәтеп, уны әрләй икән.
Ире:
– Күҙ алдымда сәғәтеңде болғап торма бында. Әсәйем атайымды кален­дарҙы болғай-болғай әрләй ине әле!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға