«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ала һыйыр мәҙәктәре



04.03.2018 Ала һыйыр мәҙәктәре

Ала һыйыр мәҙәктәре
Аҡыллы, зирәк, баш бирмәҫ ҡара-ала һыйырыбыҙҙың мажаралары ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булды

Кешеләр тураһында бик күп мәҙәк хәлде бәйән итергә мөмкин. Ә был юлы һеҙгә үҙебеҙҙең һыйырыбыҙ тураһында һөйләргә булдым. Бигерәк легендар булды Зойкабыҙ. Мал-тыуар бик аҡыллы, тип кеше һөйләгәненә ышанмаҫ инем, әгәр ҙә үҙебеҙҙең баштан үтмәһә.

Һыйырҙы тана сағында беҙгә ҡәйнәмдәр бүләк итте. Ҡара-ала төҫлө малҡай берҙе генә быҙаулағайны. Осло мөгөҙлө, аҡыллы ҡарашлы, оҙон аяҡлы хайуанҡайҙы күреү менән яраттыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, мәғәнәле күҙҙәре әсир итте.
Танабыҙ бик йылғыр, үҙ йүнен үҙе күрә торған булып сыҡты. Уның өсөн кәртә-ҡураны һикереп сығып, кеше баҡсаһына инеп, тәмле-татлы йәшелсәне, һарайыбыҙҙағы бикле йоҙаҡты осло мөгөҙө менән алып ташлап, мискәләге емде рәхәтләнеп ашау бер ни торманы. Һөйләй китһәң күп инде...
Шәп булғанға күрә ашауға ла бик әүәҫ ине. Хатта үҙе яратҡан аҙыҡ артынан һарай утлығынан ишек алдына һикереп сыҡҡаны ла булды.

Бала аша һикереп сығыуы
Көтөүҙән иң алдан тауыш биреп, сабып ҡайтыусы ла беҙҙең Зой­кабыҙ ине. Ул башын тегеләй-бы­лай болғай-болғай, ҙур тиҙлек менән ҡапҡа эргәһенә килеп етә лә уны төртөп асып, йә булмаһа, келәне мөгөҙө менән ысҡындырып, үҙенә тип әҙерләп ҡуйылған фуражға ташлана.
Шулай көндәрҙең бер көнө киске аш әҙерләп йөрөп көтөү ҡайтҡанын онотоп ебәргәнмен. Ҡапҡаны мөгөҙө менән төртөп инеп барған һыйырҙы күргәс кенә йөрәгем ҡурҡыуҙан жыу итеп ҡалды. Сөнки болдор төбөндә генә ике йәше лә тулмаған ҡыҙыбыҙ ҡурсаҡтары менән уйнай ине. Ем ашар өсөн күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән һыйыр­ҙың һөҙөп ебәреүе лә бар. Шулар ҡылт итеп иҫемә килеп төшөүгә, йәшен тиҙлегендә тышҡа атылдым, тик өлгөрә алманым. Ем һалып йөрөгән ирем дә аптырап ҡалды, сөнки ажғырып инеп барған һыйыр бәләкәсем эргәһенә еткәйне. Шул мәл, ни хикмәт, болдор алдында ултырған ҡыҙсыҡты күргән һыйыр тиҙ генә алғы аяҡтарын күтәрҙе лә, баланы аша һикереп сыҡты. Беҙ нисек торғанбыҙ – шулай ҡатып ҡалдыҡ, бер аҙҙан ғына йән керҙе. Әгәр тана бала аша һикереп сыҡмаһа, нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын ине.

Баҡсаға шыуышып инеүе
Күршебеҙ Тимерйән – емеш-еләк, йәшелсә үҫтерергә бик әүәҫ кеше. Уның баҡсаһында нимәләр генә үҫмәй, үҫентеләрҙе ҡасан ул­тыртыр­ға, нисек тәрбиәләү тураһында тотош лекция һөйләп бирергә мөмкин.
Ошо күршебеҙ, тауыҡтарығыҙ минең йәшелсә баҡсаһына инә, картуфтың төбөн тибәләр, тип үҙенең баҡсаһын тимер сетка менән кәртәләп ҡуйҙы. Күрше менән тауыҡ өсөн ирешеп-талашып йөрөп булмай, ғәйеп үҙебеҙҙең тауыҡтар­ҙа булғас. Ләкин тауыҡтар бүтәнсә күршебеҙҙең йәшелсә баҡсаһына инеп, картуфтың төбөн соҡомаһа ла, ниндәйҙер йән эйәһе эре-эре эҙҙәр ҡалдырып, баҡсаны тапап сыға башланы. Һыйыр эҙенә лә оҡшаған, әммә тимер сетка аша һыйырҙың инеүен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Күрше лә беҙгә ҡырын-мырын ғына ҡарай башланы, йәнәһе лә, беҙ һыйырыбыҙҙы уның баҡсаһына индерәбеҙ. Был нахаҡ ғәйепкә һарыу ҡайнай башланы һәм хәл көтмәгәндә үҙенән-үҙе асыҡланды.
Бер көн, урам баҡсаһына сыҡһаҡ, күршебеҙ беҙгә ҡарап йылмая, иғтибар итмәйенсә, артабан эштәребеҙ менән булышыуҙы дауам иттек. Ахыры, ул түҙмәй, эргәбеҙгә килеп, көлә-көлә һыйырыбыҙ менән булған хәлде һөйләне.
– Әлегә тиклем һыйырығыҙҙы баҡсама үҙегеҙ ебәрәһегеҙҙер, тигән уйҙа инем, бөгөнгө хәлде күреп иҫ-аҡылым китте. Бәҙрәфтә ултырһам, ике баҡсаны бүлеп торған сетка ныҡ ҡына шығырлай башланы. Аптырашта ҡалып, ярыҡтан ҡарайым. Күрәм, һыйырығыҙ мөгөҙҙәре менән сетканы күтәреп маташа, ләкин булдыра алмай. Шул ваҡыт ул күп уйлап тормай, алғы аяҡтарына ятты ла, мөгөҙө менән сетканы күтәрә башланы һәм, бер аҙ күтәргәс, шыуышып ҡына баҡсаға килеп инде лә, үҫеп ултырған йәшелсәләрҙең һабаҡтарын ашай ҙа башланы, – тине. Беҙ күмәкләшеп көлөшөргә керештек. Рәхәт­ләнеп көлөшөп алғас, күрше беҙҙән ғәфү үтенде.

Һыйырыбыҙ әсәй булды

Һыйырыбыҙ ҡартайып китһә лә, һуйырға ашыҡманыҡ, сөнки үҙе кеүек шәп орғасы быҙау килтергәнен көттөк, ә ул быҙаулаған һайын үгеҙ быҙау килтереп торҙо.
Шулай, һуңғы быҙауына ҡалып, еленен тултыра башлағас, ҡапҡаны ныҡ ябып, эләктереп йөрөй башланыҡ. Сөнки, әйтеүемсә, уға ҡапҡа ла, йоҙаҡ та кәртә түгел. Сыҡһаҡ та, инһәк тә ҡапҡаның элмәген яҡшы итеп эләктереп торабыҙ. Әгәр сығып китә ҡалһа, ҡайҙан эҙләп табаһың? Ләкин мәхлүк малҡай беҙҙең ҡурсалауҙы аңларға теләмәне, бер көн сығып китте.
Уны ике көн эҙләнек, тик үҙе генә түгел, эҙе лә күренмәй ине март айының аҡ ҡары өҫтөндә. Ирем машинаһы менән сығып та эҙләп килде, ләкин һыйыр юғалғанға өсөнсө көн китте. Эштән ҡайтҡас, ахырҙа, урман ситтәрен ҡарап киләйем әле, тигән уй менән сығып киттем.
Ысынлап та, урман ситенәрәк етер саҡта һыйыр эҙен күреп ҡалдым, күңелгә йылы йүгерҙе. Артабан эҙҙе юғалтмаҫҡа тырышып, юлымды дауам иттем. Эҙ, ҡалын ҡар ятҡан урман эсенән оҙаҡ ҡына барғандан һуң, шырлыҡ эсенән дауам итте һәм, көтмәгәндә, алыҫта бер ҡалҡыулыҡ өҫтөндә баҫып торған һыйырымды күреп ҡалдым, эргәһендә көрән-һары эт баҫып тороуын да самаланым. Их, яңы тыуған быҙауын эт ашаған, тигән уй йөрәкте ҡылыстай телеп үтте. Ҡалын көрттө йыра-йыра ҡалҡыулыҡҡа килеп етер саҡта иғтибарлыраҡ ҡараһам, эт тигәнем быҙау булып сыҡты. Ҡыуа башлағайным, һыйырым тыңлаусан ғына ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы, ә быҙауы, әсәһенең артынан ҡалмаҫҡа тырышып, артынан эйәрҙе. Шулай итеп, яйлап ҡына һыйыр менән быҙауҙы алып ҡайтып еткерҙем.

Ем урлап ашаған
Зойкабыҙҙы көтөүҙән күпме генә ҡаршы алырға барһаҡ та, уның бер ҡасан да ҡалған һыйырҙар менән бергәләп ҡайтҡанын күргәнебеҙ булманы. Сөнки ул иң алдан һыпыртыр ине.
Бер көндө көтөүҙән иң алда йүгереп ҡайтышлай ул яңылыш асыҡ ҡапҡалы йорттоң ихатаһына килеп инә. Еҫкәнеп, фураж еҫе сыҡҡан һарайға барып инә һәм ем тултырыл­ған мискәгә осло мөгөҙлө башын тыға. Туйғансы ашауын ашай, ләкин бер нисек тә аҙаҡтан башын кире тартып ала алмай. Шул саҡ һарайға йорт хужаһы килеп инә һәм башына мискә кейеп алған һыйырҙы күреп, саҡ һуштан яҙмай. Ярай ҙа тиҙ генә үҙен ҡулға алып, һыйырҙы ҡыуа башлай. Әммә мискә аша бер ни ҙә күрмәгән малҡай башын тегеләй-былай болғап йөрөй торғас, ишек алдында ултырған еңел машинаның барлыҡ тәҙрәләрен ҡыйрата. Һәр әйберен ҡәҙерләп кенә тотҡан, етеш йәшәгән кеше тәҙрәләре ватыҡ машинаны күреп, асыуынан шартлар сиккә етә һәм тиҙ генә йүгереп инеп, мылтығын алып сыға ла һыйырға атып ебәрә. Тик пуля ҡойроҡҡа эләгә. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыуға сыҙай алмаған һыйыр нисектер мискәне алып ырғыта ла, ишек алдынан сабып сығып китә.
Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, һыйырҙың ҡойроғо өҙөлөп төштө. Өҙөлөп кенә төшһә, бер ни ҙә булмаҫ ине, һөтө лә ҡырҡа кәмене. Быға тиклем көнөнә икешәр биҙрә һөт биргән һыйырҙың һөтө өстән ике өлөшкә кәмене.

Һыйыр күрше ҡатынды ҡурҡытты
Беҙҙең күршелә генә Сәғиҙә исемле ҡатын йәшәй ине. Ике ҡыҙ үҫтерҙе, улары үҫеп етеп, төрлө яҡҡа таралышты. Һарай һымаҡ ҙур өйҙә ханым бер үҙе торҙо ла ҡалды.
Бер үҙе булғанғалыр инде, шылт иткән тауышҡа ла ҡурҡып уянам, тип һөйләр ине.
Шулай бер нисә көн рәттән ишек алдында кемдеңдер йөрөгәнен ишетеп ҡурҡыуға ҡала, ахырҙа, иптәшкә үҙе эшләгән балалар йортонда тәрбиәләнеүсе бер нисә ҡыҙҙы ҡунырға алып ҡайта.
Кисен ҡыҙҙар менән киске ашты ашап, сәй эсеп алғас, ҡурҡыуын онотҡан ҡатын һауыт-һаба йыуыр өсөн аш бүлмәһенә сыға һәм тәҙрәгә күҙ һала, ә унда уға бер яғы аҡ, икенсе яғы ҡара булған ҙур күҙле шайтан ҡарап торған төҫлө күренә.
Ҡурҡышынан Сәғиҙә шыр-р-р ебәрә һәм аш бүлмәһенән: “Черт, там черт!” – тип ҡыҙҙар ултырған бүлмәгә сыға һәм йүгереп барып өйҙө шартлатҡансы бикләп тә ҡуя. Шайтан булып күренгән һыйырҙы күреп, Сәғиҙә лә, ҡунырға килгән ҡыҙҙар ҙа төнө буйына керпек ҡаҡмай, тышҡа ла сығырға ҡурҡып ултыралар.

Легендар һыйырҙың үлеме
Легендар һыйырыбыҙҙың ғүмере мәҙәк хәлдәргә бай булған кеүек, үлеме лә ҡыҙғаныс һәм мәҙәк булды тиһәм, бер ҙә генә яңылышмам.
Көндәрҙән бер көндө улым эш урыныма йүгереп килде лә: “Әсәй, беҙҙең һыйыр күрше Сәғиҙә апай­ҙың баҡсаһына инеп йығылған, бер нисек тә тора алмай”, – тигән хәбәр­ҙе еткерҙе. Тиҙ генә уның менән ҡайтыр яҡҡа ашыҡтым.
Ысынлап та, һыйырыбыҙ күрше Сәғиҙәнең картуф баҡсаһында арҡаһына йығылған һәм бер нисек тә тора алмай ине. Мәхлүк малҡай­ҙы әрләп тә, ҡыуып та, һуғып та ҡараныҡ, ләкин ҡуҙғалырға уйламаны ла. Тик йәш тулы ҙур күҙҙәре генә ярҙам һорағандай мөлдөрәп ҡарай ине. Йөрәкте бысаҡ менән телгән һымаҡ булды, сөнки бер аҙна элек кенә төшөмдә һыйырымдың миңә әлегеләй күҙҙәремә тултырып ҡарағанын күргәйнем. Шул ҡылт итеп иҫкә төштө.
Һыйырҙы тегеләй ҙә, былай ҙа төрткөсләй торғас, ул алғы аяҡтарына ултырҙы, ләкин артабан күтәрелергә хәле булманы.
Уны торғоҙорға үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәгәс, ярҙамға иптәшемдең ауылдашы Юлайҙы саҡыр­ҙыҡ. Уның артынан Юлайҙың мәрйә ҡатыны Марина ла килеп етте. Күмәкләп тә торғоҙа алмағас, мал ҡарап теше сыҡҡан Марина: “Көн­бағыш майы эсерергә кәрәк”, – тип әйтеп һалды. Өйҙән йүгертеп май алып сығып һыйырҙың ауыҙына ҡойҙоҡ. Һыйыр майҙы эсеүен эсте, ләкин ҡуҙғалырға уйламаны. Ахырҙа, белдекле Марина: “Улайһа, араҡы эсерергә кәрәк”, – тигәс, мин тиҙ генә магазиндан ике шешә араҡы алып килдем. Араҡының бер һауытын һыйырҙың ауыҙына ҡой­ҙоҡ, инде икенсе һауытын асып ҡойоп бөтөрөп кенә килә инем, ярҙамға килгән Юлай:
– Килен, бөтә араҡыны һыйырға эсереп бөтөрмә инде, миңә лә ҡалдыр, кисә ҡунаҡ булынғайны, бик ныҡ ауырыйым, – тип, һыйырҙан да былайыраҡ мөлдөрәп ҡараны. Ахыры, ҡалған араҡы менән “ауырыу” Юлайҙы дауаларға тура килде.
Араҡы эсергәндән һуң Зойкабыҙ тағы торорға маташты, хатта аяҡтарына баҫҡандай булды, ләкин кире ҡоланы. “Дауаланып” алған Юлай:
– Килен, һыйырҙы һуйырға кәрәк, әжәле еткән, мал булмаясаҡ, – тип һығымта яһаны. Шулай итеп, май айының һалҡын бер көнөндә күршенең картуф баҡсаһында яратҡан һыйырыбыҙҙы һуйып алырға тура килде.
Һыйырҙың итен ашарға ҡул барманы, шуға күрә арзанға ғына колбаса цехына тапшырҙыҡ.
Боғаҙлағандан һуң һыйырҙың эске ағзаларын ентекләп ҡараған ирҙәр, бауыры бөткән, тигәйне.
Ошо ваҡиғанан һуң күп йылдар үтте, ләкин аҡыллы, зирәк, баш бирмәҫ елғыуар һыйырыбыҙҙы йыш ҡына һағынып иҫкә алабыҙ һәм уның мажараларын һөйләйбеҙ.

Әнисә ФӘРРӘХОВА.

Учалы ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға