«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (23.02.2018)



26.02.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (23.02.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.02.2018)
Кәләш кейәүенән һорай икән:
– Ә һин ашарға бешерә белә­һеңме һуң?
Йәш ир:
– Ашарға беләм, бешерергә – юҡ…

* * *
Туйҙан һуң бер ай үткәс:
– Эйе, мин һиңә алтын тауҙар вәғәҙә иттем, тик кер йыуыу машинаһы тураһында һүҙ ҙә булманы!

* * *
Операциянан һуң аңына килгән сирлегә – хирург:
– Операция уңышлы үтте!
– Рәхмәт, тик мин был бүлмәгә һыу кранын йүнәтергә генә ингәйнем…
* * *
Турист урманда аҙашҡан да айыу өңөнә инеп йоҡлаған. Иртән уянып китһә, йәнәшәһендә бәләкәй айыу балаһы ултыра, ти.
– Атайың өйҙәме? – тип һорай икән ҡурҡып ҡына турист.
– Юҡ.
– Әсәйең?
– Ул да юҡ.
– Улайһа, сығып тай бынан, – тигән турист, батырайып. Айыу балаһы ҡысҡырып илап ебәргән.
– Олатай, олатай! Сыҡ әле бындаааа!

* * *
Ресторанға ҡуян менән бүре инә. Ҡуян:
– Мин асыҡтым, кәбеҫтә салаты бирегеҙ әле.
– Иптәшегеҙ ас түгелме ни?
– Ҡыҙыҡ һорау. Ул ас булһа, мин бында ултыраммы инде?
* * *
Ике дуҫ һыйыр тиреһе ябынып сикте үтеп сыҡмаҡсы була. Нейтраль һыҙатҡа еткәс, берәүһе:
– Бөттө баш! – ти.
– Пограничниктармы әллә?
– Юҡ. Беҙҙе үгеҙ ҡыуып килә!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға