«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (09.02.2018)



13.02.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (09.02.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (09.02.2018)
Әсәһе – судмедэксперт, атаһы адвокат булып эшләүсе малайҙың өйөнә шылтыратып, ата-әсәһенең ҡайҙалығын һорашалар.
– Улар өйҙә юҡ, – тип яуаплай малай.
– Ҡайҙа һуң?– тип төпсөнәләр.
– Атай – төрмәлә, әсәй – мәйетханала.
* * *

Аталары тәүге тапҡыр парашюттан һикерә. Уның һикереүен ҡатыны менән улы хәүефләнеп көтә. Ир ергә килеп төшкәс, ҡатыны улын атаһы янына йүгертә.
– Бар, тиҙерәк ҡарап кил. Атайың тын аламы икән?
Бер аҙҙан улы йүгереп килә.
– Атай тын ала. Тик уның янында ғына тын алырлыҡ түгел!

* * *
Дүрт йәшлек малайҙы невропатологҡа алып киләләр.
Табип – малайға:
– Бесәйҙең нисә аяғы бар?
– Дүртәү.
– Күҙҙәре нисәү?
– Икәү.
– Ҡойроғо?
Малай, әсәһенә боролоп:
– Әсәй, был иҫәр табиптың бер ҡасан да бесәйҙе күргәне булманымы икән, ә?

* * *
Картиналар галереяһына килеүсе ир оҙаҡ ҡына асарбаҡ төшөрөлгән һүрәтте ҡарап торғандан һуң – дуҫына:
– Вәт әй! Өҫтөнә кейерлек кейеме булмаһа ла, үҙенә портрет эшләткән бит!

* * *
Университетта бишенсе пар дәрес бара. Студенттар, арығанлыҡтан, уҡытыусынан үҙҙәрен иртәрәк ебәреүен һорай.
– Хәҙер, ошо таҡтаға яҙған аҡбур бөткәнен көтөгөҙ ҙә, ебәрермен, – тип яуаплай уҡытыусы.
Арттағы партанан берәү:
– Лутсы бирегеҙ миңә! Ашайым…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға