08.02.2018 Капитал
Аҫылгәрәй менән ҡатыны Алмабикә донъя көтөү өсөн аҡса етмәүенә бик оҙаҡ зарланып ултырҙы. Аҡса табыу юлдарын да эҙләп ҡарайҙар, тик килеп сыҡмай. Шунда улдары Әбделхаҡ инде лә: «Телевизор ҡарағанығыҙ йәки радио тыңлағанығыҙ бармы? Унда бит аҡса табырға, матурлап капитал яһарға аңлайышлы өйрәтәләр. Барығыҙ, бында юҡты бушҡа ауҙарып ултырғанса, капитал яһағыҙ», – тип ата-әсәһен йоҡо бүлмәһенә ҡыуып сығарҙы. Ата-әсәһенең һаман да һөйләшеүҙәрен ишеткәс: «Ҡасан шул ләстит һатыуҙы туҡтатаһығыҙ, эшкә тотоноғоҙ, тиҙерәк капитал яһағыҙ», – тип асыуланып ҡуйҙы. Күршеләре улына капитал яһауҙары, оҙаҡламай аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға белмәүҙәре тураһында әйткән. Хатта исем дә уйлап ҡуйғандар: малай булһа – Капулла, ҡыҙ тыуһа, Конкония тип атарға булғандар. Атаһы: «Мин К. Маркстың «Капитал»ын бер нисә ҡат уҡып сыҡтым, унда хәҙерге капитал, йәғни баланың капиталға әйләнеүе хаҡында бер ни ҙә яҙылмаған. Ярай, әсәһе, улыбыҙ талап иткәс, эшләмәй булмаҫ, яҡыныраҡ ят, мин дә капиталға үҙ өлөшөмдө индерәйем», – тип, бәхетле минут-йылдарҙы көтә башланылар.