05.02.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (2.02.2018)
Рәсим күршеләренә утын ярырға ялланған. Ауылдаштары уны күргәс, аптырап:
– Хәстрүш, тәүҙә үҙеңдекен ярыр инең! – ти.
– Ҡатын рөхсәт итмәй...
– Нисек инде?
– Һиңә араҡы эсереп, расхутланғансы, үҙем ярам, ти.
* * *
Вәлим ағайҙан:
– Ҡарауылда тораһың, ауыр түгелме? Әҙ булһа ла серем итәһеңме һуң? – тип һорайҙар икән.
– Эштә иркенләп йоҡлайым. Өйҙә генә ул еңгәгеҙ йүнләп йоҡларға бирмәй...
* * *
– Проблемаларың килеп тыуһа, һиндә минең телефон номерым бармы?
– Эйе!
– Юйҙырт…
* * *
Һары сәсле ҡыҙ – икенсеһенә:
– Мин ҡолаҡтарыма икенсе тишек тиштерҙем!
– Шунан, хәҙер яҡшыраҡ ишетә башланыңмы һуң?
* * *
– Мин, – ти бер ҡыҙ әхирәтенә, – үҙемә тик кәрәкле әйберҙәрҙе генә һатып алам.
– Мин дә, – ти тегеһе, – кәрәкмәгәндәрен тыуған көнөмә бүләк итәләр.
* * *
Урамда.
– Тәмәкегеҙ юҡмы?
– Мин бокссы... Һәм өс көн элек кенә һеҙгә, тартмайым, тип аңлаттым бит!
– Ғәфү итегеҙ, таныманым, күҙҙәрем насар күрә. Байып китерһегеҙ әле…