«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » БАЛУ (хикәйә)



04.02.2018 БАЛУ (хикәйә)

БАЛУ (хикәйә)
Ҡышты ауыл халҡы ыҙаланып саҡ сыҡты. Йәй ҡоролоҡ булыу сәбәпле, аҙбар баштарында мал аҙығы бик наҡыҫ ине. Ферма һарыҡтарын баҫыраулап, ҙур соҡор ҡаҙып, шунда ташларға тура килде. Аслыҡтан интеккән ҡайһы берәүҙәр шул үлгән һарыҡты алып ҡайтып ашаны. Вәсимдәрҙең ғаиләһе лә ҡышты саҡ үткәрҙе. Ярай уларҙың Алиһә исемле һауын кәзәһе булды, аслыҡтан шул ҡотҡарҙы. Бесәне лә етте, күмәкләшеп өшәләктәй өйҙә ҡыш сыҡтылар. Алиһәнең ауыҙы бер буш тормай, һаҡалын һелкетә-һелкетә, көнө-төнө керт-керт килә. Вәсимдең әсәһе уны һауғанда тәүҙә иркәләп ярата, арҡаһынан, муйынынан һыйпай. Уныһы, шуны ғына көткәндәй, муйынын алға һона. Шунан һуң ғына Ғәзимә апай кәстрүлгә гөмбөрләтеп һауырға тотона. Вәсим һауылған һөттөң өҫтөнә ултырған күпереген яларға ярата. Ғәзимә апай йылы ғына көйө, һауап булһын тип, күрше Нәйлә әбейгә лә һөт алып инә. Уныһы саҡ ҡына йота ла, рәхмәтен әйтеп, балаларына эсергә бирә. Унда ла дүрт бала. Ҡыҙы Сәмиғә еңгәй фермала һарыҡ ҡарай. Ул да балаларына үлгән һарыҡ итен алып ҡайтып бешергән икән. Бригадир Әнүәр ҡарт килеп: «һин, шилма бисә, ипләп кенә тере һарыҡты йәшереп һуйып, көсөктәреңә ашатып ятаһыңмы, белермен мин башыңды ҡайҙа оҙатырға!» – тип бармаҡ янап, әрләп сығып киткән. Бахыр Сәмиғә еңгә илап килеп: «Ғәзимә апай, нишләргә икән? Хәҙер шул үлгән һарыҡтарҙы елкәмә һалып ҡуйһалар? Ул Әнүәр ҡарттан булмаҫ тимә, һаман да шул яғынан беҙгә теш ҡайрай бит», – тип Вәсимдең әсәһенә үҙе һөйләне. «Миңә бит дүрт баламды ҡарарға кәрәк...» – тип иңрәне.
Сәлим ағай – Сәмиғә еңгәйҙең ире, ул оҫта ҡуллы, һунарсы, аҡыллы кеше булған. Һуғышҡа тиклем күп кешене өйлө иткән. Ғаиләһен дә ас итмәгән, һунарҙан бер ваҡытта ла буш ҡайтмаған. Ҡапҡан ҡорған һайын төрлө йәнлеге эләгеп торған.
Ҡуяндың баш һөйәген киптереп, балаларына уйынсыҡ яһап бирә торғайны. Вәсим дә барып уйнар ине бергә. Бер ваҡыт ҙур бүре лә алып ҡайтты ул. Өйөндә һуйҙы. Ауыл ирҙәре Сәлим ағайҙың табышын күрергә килде. Сәмиғә еңгәй менән Нәйлә әбей, үлгән бүренән ҡурҡып, Ғәзимә апайҙарға инеп ултырҙы. Вәсим ҡурҡманы, һунарсы ағайға һоҡланып, уның йыртҡысты нисек тунағанын ҡарап торҙо.
Икенсе көнөнә Сәлим ағай бүре балаһын алып ҡайтты, уныһы эт көсөгө кеүек кенә. Йөнө күкһел, шыма, ялтырап тора. Малайҙары эй ҡыуанды инде. Шул көндө һуғыш сыҡты.
– Бына, балалар, һеҙҙең дуҫығыҙ – Балу, ул һеҙҙе сит-ят кешеләрҙән һаҡлар. Мин Тыуған илде дошмандарҙан азат итеү өсөн, тыныслыҡ булдырыу өсөн дошманға ҡаршы алышырға барам. Ә бына был йән эйәһе һеҙҙе, өйҙө һаҡлаһын, тик уны яҡшыға ғына өйрәтегеҙ. Әле бәләкәй, һеҙ ниндәй тәрбиә бирәһегеҙ, ул шуны ала, – тине. Белә ине оҫта һунарсы һәр йәнлектең холоҡ-фиғелен.
Һуғыш башланғандың тәүге көнөндә үк Сәлим ағайҙы һәм тағы ла өс ир-уҙаманды ауылдаштары ауыл осона тиклем оҙатып ҡалды. Ағайҙың малайҙары ла Балу менән ололарға эйәреп барҙы. Тик иң бәләкәс өс йәшлек Хәлиме генә аңламай: «Атай, мин дә һинең менән балам», – тип иланы.
Сәлим ағай улын күкрәгенә ҡыҫып һөйҙө лә әсәһенә бирҙе. «Ярар, улым, барырбыҙ, беҙ аулайһы йәнлектәр бар әле!» – тине.
Вәсим дә Балуға ныҡ эйәләшеп китте. Улар һыу инергә лә, урманға ла бергә йөрөнө. Бүре балаһы бик йылғыр, һиҙгер булып сыҡты. Берәй нәмә шылт итһә лә, ҡолаҡтарын ҡарпайтып еҫкәнә башлай. Сәмиғә еңгәй генә уны үҙ артынан эйәртергә тырышманы.
һаман да шул Әнүәр ҡарттың ҡарашынан ҡурҡты.
– Шул йыртҡысыңды ферма янына килтереп ҡара, тас маңлайына ғына берҙе төҙәрмен! Дүрт көсөгөңдөң тамағын нисек туйҙырырға белмәйһең, инде бишенсеһе ҡалдымы? Ас булһалар, ана, ямға барып тамаҡ туйҙырһындар, ха-ха! – тип мыҫҡыл итергә тотона.
– Әнүәр ағай, һеҙҙең мине һәм балаларымды улай мыҫҡыл итергә хаҡығыҙ юҡ. Мин һалдат ҡатынымын, ирем һуғышта фашистарға ҡаршы һуғыша, һеҙҙең һымаҡ бында бисәләр артын тикшереп йөрөмәй. Ҡулығыҙҙан килһә, һеҙ ҙә барып һуғышығыҙ, бында балда-майҙа йәшәп ятҡансы, – Сәмиғә еңгәй ярһыуынан бөтәһен дә теҙеп әйтеп һалды.
– Ә, кәнтәй, нишләй, үле һарыҡ ашап, телең сыға башланымы? Үкһә, биш көсөгөң менән ҡуша башыңды төрмәлә серетермен. Мин һинеме, үкһә! – тип ҡабат-ҡабат ҡысҡырҙы.
Ярһыуынан үҙе саҡ ағас аяғына эләгеп тәгәрәмәне.
Сәмиғә еңгәй быныһына ла түҙҙе, кешенең шул тиклем аламалығына йәне көйҙө. Әнүәр бабайҙың шулай ҡаты бәғерле булғаны өсөн оялды.
Әнүәр ҡарт йәштән Сәлим ағайҙы күрә алманы. Биш йәшкә оло булыуға ҡарамаҫтан, Сәлим менән Сәмиғә бер-береһен оҡшатып һөйөшөп йөрөгәндә үк уларҙы айырғыһы килде. Үҙе гел генә, башҡа егеттәрҙән айырмалы, фырт ҡына кейенергә яратты. Сәлим ағай армия сафына алынғанда, ул инде үҙенең хәрби бурысын тултырып ҡайтҡайны. Ауылдың иң һылыу ҡыҙына – осоп ҡунып торған күбәләктәй Сәмиғәгә күҙе төшмәгән егет ҡалмағандыр. Янбашҡа төшөп торған ҡап-ҡара толом, нәҙекәй бил, бөгәрләнеп торған керпектәр, ҡып-ҡыҙыл ирендәр. Ҡалаҡҡа һал да йот инде. Әнүәр, миңә аулаҡ ҡалды, тип, Нәйлә әбейҙәрҙең юлын тапаны. Әбейгә инәлеп-ялбарып та бөттө, ҡыҙыңды миңә кәләшлеккә бирһәң, хур булмаҫ, Сәлимдең бит һыйыр мөгөҙөнә элерлек тә байлығы юҡ, тип Сәлимде яманланы. Сәмиғә егетен армия сафына оҙат­ҡандан алып йәштәр янына бик сығып йөрөмәне. Иртәнән кискә тиклем бил яҙмай эшләне лә эшләне. Уны райондан килгән уполномоченныйҙар маҡтап, бүләкләп торҙо.
Шулай, эштән һуңға ҡалып ҡайтып килгәндә, Әнүәр ҡыҙҙың юлына арҡыры төштө.
– Сәмиғә, әгәр ҙә һин миңә яҡшылыҡ менән кейәүгә сыҡмаһаң, һине көслөк менән алам, – тип ҡыҙҙы ситкә һөйрәкләй башланы.
Сәмиғә илаулап сәбәләнде, егеттең битен сапсып бөттө.
– Кит, кит бәдбәхет, әшәке, кулак ҡалдығы, һинән емтек еҫе килә, күрә алмайым! – тип ҡысҡырҙы.
– Ә, һин шулаймы? Ҡыҙый, туҡта, күрәсәгең алда әле, матурлығыңа маһайып, танау күтәрмә. Һин минең алда тубыҡланып, табанымды ялаясаҡһың! – тип еҙ үксәһе менән Сәмиғәне тибеп осорҙо.
Әнүәр ҡартҡа бәйле тарих бына шулай ине. Уға бит инде нисәмә йыл ваҡыт үтеп киткән. Ул һаман Сәмиғә еңгәйҙән үс алыуын дауам итә. Утын-бесән алырға кәрәк булһа, ат бирмәй йонсота.
«Ана, бүрегеҙҙе егеп барығыҙ!» – тип мыҫҡыл итә. Нәйлә әбей ҙә: «Исмаһам, шуның һымаҡ аламаны ер йотмай бит, ил өсөн күпме ир-ат башын һала, ә был бындағы кешене йонсота», – тип иңрәнә.
Сәлим ағайҙың иҫтәлеге Балу матур, һомғол кәүҙәле булып үҫеп китте. Бик оҫта һунар итергә өйрәнде. Ҡуян, кейек ҡоштар алып ҡайтыр булды. Сәмиғә апай ҙа ныҡ яратты уны. «Шул тиклем аҡыллы йыртҡыс булыр ҙа инде», – тип иркәләй ине.
Сәлим ағайҙан дүрт-биш ай хат булмай торҙо ла 1943 йылдың көҙөндә «ҡара ҡағыҙ»ы килде. Сәмиғә еңгәйгә бар донъяны ҡара болот ҡаплаған һымаҡ тойолдо. Ил өҫтөнә төшкән афәтте лә, ауылдың ҡара ҡорто Әнүәр ҡартты ла нәфрәтләнеп ҡарғаны. Ярай әле ҡайғы уртаҡлашыр күршеһе, Ғәзимә апаһы булды.
– Сәмиғә килен, һин әлегә ҡустының үлемен Әнүәр ҡарт алдында белдермә, белһә, тағы ла үсләшеп, әллә нимәләр ҡыланыр, – тип кәңәш итте.
Кешенең ауыҙын тығып буламы ни! Ишетмәй торамы ул ҡарт, иң беренсе ишеткәндер. Еңгә эшкә килеүенә әсе телен болғап та тора ине инде. Һалып алғанға ла оҡшаған.
– Хи-хи, тегенеңдең башы әллә ҡайҙа олаҡҡан түгелме? Кем белә, бәлки, ниместәр ҡулына ла эләккәндер. Унда эләкһә, көлө күккә оса инде. Сәмиғә, мин һиңә әйтмәнем түгел, әйттем, еҙ үксәмде үбеп инәләһең әле тип. Йә хәҙер инде минең сәғәт һуҡты: йә үҙең, йә мин! – Әнүәр ҡатындың ҡулынан эләктереп алды ла үҙ янына һөйрәкләне, бесән өҫтөнә йығып, мыҫҡыл итергә тотондо, ҡатындың ҡысҡырыуына берәү ҙә килмәне, ярҙам итеүсе булманы.
Күңеле булған Әнүәр ҡарт ситкә шылып, хырылдап йоҡлап та китте.
Сәмиғә еңгә ятҡан еренән торорға ашыҡманы. Уйланды, оҙаҡ уйланып ятты. «Юҡ, былай йәшәү булмаясаҡ, хәҙер инде күҙ ҡараһылай көткән Сәлиме лә юҡ, бер хәшәрәттән мыҫҡыл ителде, әгәр ул һаман да йәшәүен дауам итһә, ул ҡарт уның юлына кәртә булып торасаҡ, балаларының күҙенә нисек күренәсәк. Әсәһе, күршеһе Ғәзимә апаһы бар. Инде малайҙары үҙ-үҙҙәрен ҡарарлыҡ», – тип уйланды.
Һыуыҡ, тышта шыбырлап ямғыр яуа. Нисектер күңелгә лә шомло. Балаларға, ауыл халҡына ҡушылып, тәбиғәт тә илай һымаҡ. Сәмиғә еңгәйҙе аҫылынған килеш һарайҙа таптылар. Бөтә тәне күм-күк булған. Ауыл халҡы уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫләп, матурлап ерләне. Балаларҙы, әбейҙе Ғәзимә апай үҙ ҡарамағына алды.
Нәйлә әбей менән Ғәзимә апай Сәмиғә еңгәйҙең үлемендә тик Әнүәр ҡартты ғына ғәйепләне. Нәйлә әбей илаулап:
– Ҡәһәр генә һуҡһын, шул эттең генә эше. Баламдың башына еткән шул. Ҡыҙымдың күпме әсенеп илап ҡайтҡандары әҙ булманы. Өйгә баҫып инеп, әрләп сығып китеүҙәре үҙәккә үтерлек булды, һаман кеше ишетмәһен, көлөрҙәр, тинек, күпме үҙенә бисәлеккә өгөтләне. Һуңынан ғына Балуҙан үтә алманы, килеп йөрөмәһен тип, этте бәйҙән ысҡындырып ҡуя инек.
Әнүәр ҡарт, Сәмиғә еңгә үлгәс, көн һайын иҫерек йөрөнө. Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Бер ҙә ғәйебен танырға уйламаны. «Мин ни, бригадир кеше, эшкә ҡушҡанмын, бәлки, ул башҡа кешеләр менән гүләйт иткәндер, шуның өсөн намыҫланып, башын элмәккә тыҡҡандыр, башымды ҡатырырға шул ғына етмәгәйне», – тип үҙен-үҙе йыуатты.
...Хәҙер үҙе атай булған Балу Билән тауындағы мәмерйәгә барып еҫкәнә-еҫкәнә, мороно менән япраҡтарҙы ҡыштырлатып соҡсондо. Ул үҙенең сабый сағын, ата-әсәһенең еҫен эҙләнеме... Сабып тегеләй йөрөнө, былай йөрөнө. Көн кискә ауышҡас, яйлап ауылға ҡарай атланы. Ул ҡайтҡансы өйҙәрҙә шәм быҫҡый ине инде. Туҡта, ферма яғынан бер атлы арба ҡайтып килә түгелме? Балу ипләп кенә килеп, юлға арҡыры һуҙылып ятты. Атлы кеше килә торғас, хайуан­ҡайы ҡапыл бышҡырып үрәпсеп китте. Арбала ултырған Әнүәр ҡарт шул ыңғайҙан ергә ҡолап төштө.
– Нимә тағы, хәрәм, үләт малы. Туйып һикерә башланыңмы? – Әнүәр ҡарт сыбырт­ҡыһы менән атына киҙәнәм тигәйне генә, ҡапыл өҫтөнә йыртҡыс һикергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды...
Иртән эшкә килгән һауынсылар ҡарттың үле кәүҙәһен күреп, иҫтәре китте. Ул йырт­ҡыстарса таланғайны.
Шул ваҡиғанан һуң Балу урманға күсте. Уның өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды. Ул кеше сифатында йөрөүсе иң алама йыртҡыстан барыһын да азат иткәнгә ҡәнәғәт ине.

Зифа ИШМЫРҘИНА.
Ейәнсура районы,
Иҙәш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға