«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Балалар, балын үҙегеҙ ашағыҙ, һитәһен олатайығыҙға бирегеҙ”



01.02.2018 “Балалар, балын үҙегеҙ ашағыҙ, һитәһен олатайығыҙға бирегеҙ”

“Балалар, балын үҙегеҙ ашағыҙ, һитәһен олатайығыҙға бирегеҙ”Бөрйәндәр элек-электән ҡорт тота, балды мул тотона. Шулай, әбей менән бабай ғүмер буйы ҡорт тотоп, бал ашап , оло йәштәргә еткән. Балалары ҡалала, йәйге каникул мәлендә ейәндәрен килтереп ҡалдыралар икән.

Иртән сәй эсеп ултырғанда әбей кеткелдәп көлөп бабайға әйтә һалған: “Бабай, ошо йәшкә етһәң дә, ҡөҙрәтең бар!” Ул: “Әбей, мин ҡорттоң һитәһен ашайым бит. Ир ҡөҙрәте шунан килә”, – тип яуаплаған.

Тағы йәй етеп, ейәндәрҙе олатай-өләсәйенә килтереп тултырғандар.
Әбей йүгереп йөрөп ейәндәрен самауыр сәйе эсергә саҡырған. Келәттән тәриликәгә рамдан кәрәҙле бал ҡырҡып килтерә лә, ейәндәренә: «Ашағыҙ, ашағыҙ, балаҡайҙар, тик һитәһен олатайығыҙға бирегеҙ», – тип һыйлай икән.

Сания СӘҒИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға